Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
7 Октябрь 2021, 17:15

Дөйөм приз фонды – 11 миллион һум

Сара М. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художестволы музейында асыласаҡ.

Дөйөм приз фонды – 11 миллион һум
Дөйөм приз фонды – 11 миллион һум

8 октябрҙә Башҡортостанда ир-егеттәр араһында Рәсәйҙең 74-се чемпионаты һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһында илдең 71-се чемпионаты үткәрелә. Ярыштар Рәсәйҙең Шахмат федерацияһы  һәм Елена менән Геннадий Тимченконың Хәйриә фонды тарафынан тормошҡа ашырылған “Музейҙарҙа шахмат” программаһы сиктәрендә ойошторола.

“Суперфиналдың Өфөлә уҙғарылыуы – ун йыл уңышлы эшебеҙҙән һуң Рәсәй Шахмат федерацияһының авансы ул, - тип белдергән “Башинформ” мәғлүмәт агентлығына Интеллектуаль уйындар спорт клубы етәксеһе Әмир Даукаев. – Башҡортостан –  “Юғарыға ос”, “Аҡ ладья” программалары ярҙамында шахматты үҫтереү буйынса илдә лидерҙарҙың береһе. Ошо күпләп шөғөлләнеү һөҙөмтәһендә донъя кимәлендәге гроссмейстерҙарҙы тәрбиәләүҙе һайланыҡ. Шахматта – ҡаты көнәркәшлек мөхите, әммә мәктәпкә тиклемгеләр араһында ла ул ҙур һорау менән файҙалана һәм хатта балалар баҡсаларында чемпионат үткәрелә. Шуға суперфиналдың Башҡортостанда үткәрелеүе – Рәсәй интеллектуаль уйындары картаһындағы йәнә бер нөктә”.

Сара М. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художестволы музейында асыласаҡ. Дөйөм приз фонды – 11 миллион һум. Уларҙың 7 миллион һумы – асыҡ турнирҙа, 4 миллион һумы ҡатын-ҡыҙҙар турнирында тапшырыласаҡ. Шулай уҡ гроссмейстерҙар йәш шахматсылар өсөн уйындар һәм оҫталыҡ кластары үткәрәсәк.

Фото: “Толпар” шахмат клубы.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: