Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
8 Октябрь 2021, 13:50

Быуыны ныҡ илдең киләсәге бар

Республикала абруйлы саралар үткәрелә.

csp102.ru
Фото:csp102.ru

Бөгөн спорттың  илебеҙҙәге ябай ғына өлкә түгел,  ә милли мөнәсәбәттәргә, эшлекле даирәгә, ижтимағи мөхиткә, ғөмүмән, йәшәйешебеҙгә ыңғай йоғонто яһаған үҙенә күрә бер ҡеүәтле көс икәнлеген һәммәбеҙ белә. Тағы шуныһы мәғлүм: спорт һәр саҡ беренсе булырға, үҙ-үҙеңә ышанырға һәм  ысын  шәхес тәрбиәләргә ярҙам итә. Был иһә – һәммәһе өсөн мөһим һыҙаттарҙың береһе. Ә XXI быуатта физик культура һәм спорт менән шөғөлләнмәгән, төрлө эстафеталарҙа ҡатнашмаған кеше бик һирәк. Өҫтәүенә, йылдан-йыл Олимпия уйындарына, төрлө чемпионаттарға ҡыҙыҡһыныу арта. Тап ошондай саралар барыбыҙҙы ла сәләмәт тормош алып барырға өндәй.

 

Рәсәйҙә – алдынғыларҙың береһебеҙ

 

Тағы шуныһы үҙенсәлекле: һуңғы йылдар­ҙа Башҡортостанда спортҡа мөнәсәбәт яҡшырғандан-яҡшыра, төрлө спорт объект­тары барлыҡҡа килә. Былтыр ғына 104 спорт ҡоролмаһы, 14 спорт залы, өс йөҙөү бассейны, 115 ҡала инфраструктураһы объекты сафҡа индерелде. Спорт ҡоролма­ларының һаны буйынса төбәктәр рейтингында (ә улар беҙҙә 13 меңгә яҡын) республика икенсе урынды биләй. Беренсе урында – Мәскәү (23,9 мең), өсөнсөлә – Татарстан (11,1 мең).

Быйыл  Бөтә Рәсәй “Спорт менән йәшә­йем” форумында Рима Баталова исемендәге Спорт әҙерлеге үҙәге илебеҙҙең иң яҡшы спорт ҡоролмаһы тип танылды. “Тағы 12 спорт объекты төҙөлә. Өфөлә ябыҡ футбол манежы, спорт гимнастикаһы буйынса физкультура комплексы һала башланыҡ. Халыҡ-ара көрәш һарайын, Волейбол үҙәген, ишеү слаломы каналын проектлауҙы тамамланыҡ. 2024 йылға тиклем барлыҡ район үҙәктәрен бассейнлы физкультура-һауыҡтырыу үҙәк­тәре менән тәьмин итеү бурысы тора. Уларҙа буласаҡ чемпиондар әҙерләрбеҙ, балалар­ҙың һаулығын нығытырбыҙ”, — тип бел­дергәйне Радий Хәбиров Өфөлә уҙған Физик культураны һәм спортты үҫтереү мәсьә­лә­ләре буйынса советтың беренсе ултырышында.

Әйткәндәй, балаларҙың иғтибарын төрлө гаджет-телефондарҙан айырып, спортҡа – сәләмәт тормош алып барыуға йәлеп итеүҙә тренерҙарҙың, физкультура уҡы­тыусы­ларының әһәмиәте бик ҙур. Тап ошо йәһәттән Башҡортостан физик культура институты уңышлы эшләй. Тренерҙар эшен ҡеүәтләү өсөн республикала тәүгеләрҙән булып “Ауыл тренеры” программаһы бар­лыҡҡа килде.

Программа йәш белгестәрҙе ауыл-ҡасабаларға, 50 меңгә тиклем кеше йәшәгән ҡалаларға йәлеп итеүҙә булышлыҡ күрһәтә. Йыл һайын ошо маҡсатҡа 60 миллион һум аҡса бүленә. Был – биш йылдан ашыу ауылда эшләргә тейешле тренерҙарға 600 мең һумлыҡ 100 грант. Аҡсаны торлаҡ (өй йәки фатир), йорт һалыу өсөн ер биләмәһе һатып алыуға тотонорға мөмкин.

Республикала  “Мәктәптәргә – спорт көрәше” проекты уңышлы эшләй. Ул әле республиканың 62 мәктәбендә тормошҡа ашырыла. Мәктәп программаһына ярашлы, билдәле сәғәттә улар ҡарамағында – көрәш келәме, махсус әҙерлек үткән тренер һәм күнекмәләр. Балалар ҙур теләк менән шөғөлләнә. Әлегә 62 мәктәптә көрәш дәрестәре үткәрелә. Был – Рәсәй буйынса әлеге программаға ингән төбәктәр араһында иң ҙур һан. 2024 йылға спорт көрәше менән шөғөлләнгән мәктәптәр һаны 200-гә етер тип көтөлә.

 

Донъяуи саралар – Башҡортостанда

 

Донъя кимәлендәге спорт сараларының Башҡортостанда үткәрелеүе барлыҡ спорт һөйөүселәрҙең, көйәрмәндәрҙең иғтибарын республикаға йүнәлтте. Өфөлә йәш үҫмерҙәр араһында ойошторолған Көрәш буйынса донъя беренселегендә дөйөм команда иҫәбе буйынса Рәсәй еңеү яуланы – спортсылары­быҙ туғыҙ алтын, ике көмөш һәм һигеҙ бронза миҙалға лайыҡ булды. Шуныһы үҙенсәлекле: йәш үҫмерҙәр араһында был донъя беренселеге илебеҙҙә беренсе тапҡыр үткәрелде. Ошо турнирҙа Рәсәй йыйылма командаһы составында Башҡортостан исеменән уңышлы сығыш яһаған Сәйед-Хөсәйен Бакаев һәм Адлан Амриевтың исемдәре өс йылдан һуң йәнә тотош донъя күләмендә яңғыраясаҡ, тигән өмөттәбеҙ.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, спорт көрәше буйынса йәш үҫмерҙәр араһындағы чемпионат “Өфө-Арена”ла уҙҙы. Грэпплинг буйынса ярыштар 13-14 августа үткәрелде, 16 августан 20 авгусҡа тиклем – ирекле көрәш, 20-23 августа грек-рим көрәше буйынса ярыштар булды. Шулай итеп, 13  августан алып донъяның 55 иленән бер меңдән ашыу спортсы төрлө ауырлыҡ үлсәмендә көс һынашты. Был көндәрҙә Өфө донъяла көрәш спортының баш ҡалаһына әйләнде.

 

Олимпия уйындарында һынатманылар

 

Токио ҡалаһында үткәрелгән ХХХII йәйге Олимпия уйындарында республикабыҙҙан биш спортсы – Аделина Заһиҙуллина, Тимур Сафин, Алһыу Минәжева, Александр Сергеев һәм Варвара Баранова – үҙ көсөн һынап ҡараны. Яҡташтарыбыҙ фехтование буйынса уңышлы сығыш яһаны. Әйткәндәй, беҙҙә уның менән меңгә яҡын бала шөғөл­ләнә. Был спорт төрө бигерәк тә Өфө һәм Нефтекама ҡалаларында үҫешкән. Олимпиадала фехтование буйынса ярыштарҙа Рәсәй йыйылма командаһы иҫәбендә олимпия чемпионы тип танылған Аделина Заһиҙуллина – Дуҫлыҡ орденына һәм көмөш миҙал хужаһы Тимур Сафин I дәрәжә “Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн” орденының миҙалына лайыҡ булды.

Республика Башлығы Радий Хәбиров Олимпиада йомғаҡтары буйынса Аделина Заһиҙуллина һәм Тимур Сафин менән осрашыуҙа Фехтование һарайы төҙөләсәге хаҡында белдерҙе. 2024 йылға был объект тапшырылырға тейеш, тип планлаштырыла.

 

Уңышҡа тос өлөш индерҙеләр

 

24 августан 5 сентябргә тиклем Токиола барған Паралимпия уйындарында Рәсәй дөйөм команда миҙал иҫәбендә дүртенсе урынды яуланы. Ҡытай, Бөйөк Британия һәм АҠШ спортсыларынан ғына ҡалыштыҡ. Беҙҙең ил вәкилдәре 36 алтын, 33 көмөш һәм 49 бронза миҙалға лайыҡ булды.

Паралимпия уйындарында Башҡортостан спортсылары Аделина Рәзетдинова, Богдан Мозговой, Анна Крившина, Илнур Ғарипов, Андрей Николаев, Артур Сәйфетдинов (йөҙөү), Григорий Андреев, Сергей Петриченко, Анна Кулинич-Сорокина, Елена Паутова (еңел атлетика), Елена Прокофьева һәм Дмитрий Лавров (өҫтәл теннисы), Альберт Камалов һәм Никита Нагаев (фехтование) ҡатнашты. Улар биш алтын, өс көмөш һәм дүрт бронза миҙал алды.

Әйткәндәй, республикала Олимпиада һәм Паралимпиада алдынан ғына миҙалдар өсөн түләүҙәр суммаһы күтәрелгәйне. Шулай итеп, Башҡортостанда Паралимпиадалағы миҙалдар өсөн премия күләме Олимпиа­даныҡынан айырылмай. Алтын яулағанға – ике миллион һум, көмөш өсөн – 1,5 миллион һәм бронза өсөн бер миллион һум түләнә. Тренерҙар был сумманың яртыһын ала.

Йәнә шуны билдәләргә кәрәк: 2019 йылда майҙаны 38 мең квадрат метрға тиң ҡеүәтле Рима  Баталова исемендәге спорт әҙерлеге үҙәге сафҡа индерелде. Белеүебеҙсә, был данлыҡлы яҡташыбыҙ – еңел атлетика буйынса 13 тапҡыр Паралимпия уйындары, 18 тапҡыр донъя, 43 тапҡыр Европа, 36 тапҡыр донъя чемпионы, алты тапҡыр рәттән Паралимпия уйындарында ҡатнашҡан. Был спорт әҙерлеге үҙәгендә шөғөлләнеү өсөн бөтә шарттар булдырылған. Шулай итеп, беҙҙә матди, методик база ла, тренерҙар ҙа, иң мөһиме – сағыу спортсылар, күп һан­лы рекордсылар, чемпиондар бар.

 

Ҙур форумдар көтөлә

 

Киләһе йылдарҙа Башҡортостан волейбол буйынса донъя чемпионатын һәм “Евразиада”ны ҡабул итәсәк тип көтөлә. Беренсе сараға килгәндә, әҙерлек эштәре күптән бара. Волейбол һарайының проекты бар. Ул 2022 йылда төҙөлөп бөтөлөр тип күҙалланғайны, тик, коронавирус пандемия­һы сәбәпле, әлегә кисектерелде.

Волейбол буйынса донъя чемпионаты 2022 йылда Рәсәйҙә уҙа, шул иҫәптән Өфөлә лә. Баш ҡалабыҙҙа тәүге этапта Франция, Словения, Германия, Камерун командалары көс һынашасаҡ. Рәсәй йыйылма командаһы Красноярск ҡалаһында сығыш яһаясаҡ.

Башҡортостаныбыҙ Евразия үҙәгендә урынлашҡан. Шуға Евразия дәүләттәрен берләштергән сараларҙың, “Евразиада”ның да баш ҡалабыҙҙа үткәрелеүен түҙемһеҙ­ләнеп көтәбеҙ.

Әлегә иһә республикабыҙҙа төрлө спорт саралары үткәрелә. Тиҙҙән, 31 октябрь – 3 ноябрҙә, Октябрьский ҡалаһында билбау көрәше буйынса донъя кубогына турнир булыр тип көтөлә. 26 илдән 250 тирәһе ҡатнашыусы килер, тип күҙаллана.

Рәсәй йыйылма командаһы составында туғыҙ спортсы – Алена Фәтихова, Камилла Елисеева, Юлия Зиновьева һәм ирекле стиль буйынса Булат Мөхтәсимов, Виталий менән Дмитрий Баляновтар, классик стилдә Илфаҡ Ибәтуллин, Артур Зөлҡәрнәев һәм Наил Мөхәмәтйәнов – Башҡортостан исеме­нән сығыш яһаясаҡ. Был сараға тиклем республика спортсылары 28 – 31 октябрҙә Ҡазанда билбау көрәше буйынса үткәрелгән донъя чемпионатында үҙ көсөн һынаясаҡ.

- Айһылыу НИЗАМОВА

Читайте нас: