Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
8 Октябрь 2021, 12:30

Иғтибар итегеҙ: үҙгәрештәр индерелде

18 октябрҙән - вакцинациялау йәки һуңғы алты ай эсендә коронавирус менән сирләү тураһындағы белешмәне күрһәтергә кәрәк.

Иғтибар итегеҙ: үҙгәрештәр индерелде
Иғтибар итегеҙ: үҙгәрештәр индерелде

18 октябрҙән Өфөләге “Динамо” стадионына ингәндә вакцинациялау тураһындағы йәки һуңғы алты ай эсендә коронавирус менән сирләү тураһындағы белешмәне күрһәтергә кәрәк.

Әле стадионда өс инеү урыны эшләй. Уларҙың һәр береһендә килгән кешеләрҙә битлектең барлығын-юҡлығын, тән температураһын тикшерәләр һәм ҡулдарҙы антисептик менән таҙарталар. Был хаҡта “Башинформ” мәғлүмәт агентлығына “Динамо” физкультура-спорт йәмғиәте рәйесенең беренсе урынбаҫары Максим Чудов белдергән.

Әгәр кемдеңдер үрҙә әйтелгән белешмәһе юҡ икән, алдан хәстәрлек күрергә тейеш. Бының өсөн иң ябай юл – вакцина эшләтеү һәм дәүләт хеҙмәттәре порталында сертификат алыу.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров оператив штаб ултырышы йомғаҡтары буйынса коронавирус таралыу хәүефенә бәйле юғары әҙерлек тәртибе тураһындағы указға үҙгәрештәр индерҙе.

Указдың яңы редакцияһына ярашлы, музейҙарға, күргәҙмә залдарына, китапханаларға, сауҙа үҙәктәренә, матурлыҡ, косметология, СПА, массаж салондарына, солярийҙарға, мунсаларға, сауналарға, физкультура-һауыҡтырыу комплекстарына, фитнес клубтарына, бассейндарға, дөйөм туҡланыу ойошмаларына, ҡала-ара автобустарына, “Орлан” ҡала яны поезына коронавирусҡа ҡаршы вакцина яһатыу тураһындағы сертификаты йәки алты ай эсендә ковид менән сирләү тураһындағы белешмә ҡағыҙы, шулай уҡ 27 октябргә тиклем ПЦР алымы менән коронавирусты лаборатор тикшереүҙең кире һөҙөмтәһе хаҡындағы белешмә ҡағыҙы булғандар ғына индерелә.

 27 октябрҙән кире ПЦР-тест тураһындағы белешмә ҡағыҙҙары ҡулланылмаясаҡ. Был кешеләрҙең вакцина эшләтеп сертификат алыуы, сауҙа өлкәһендәге һәм башҡа ойошмалар әҙерләнергә һәм кәрәкле ҡорамалдар һатып алырға өлгөрһөн өсөн эшләнә.

Фото: “Башинформ”.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: