Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
8 Октябрь 2021, 23:30

Ниһайәт, еңделәр!

Бөгөн “Салауат Юлаев” командаһы “Йокерит” менән осрашты.

Ниһайәт, еңделәр!
Ниһайәт, еңделәр!

Бөгөн “Салауат Юлаев” командаһы “Йокерит” менән осрашты.

Юлаевсыларға уңышты бөгөн Евгений Лисовец, Николай Кулемин һәм Сакари Маннинен килтерҙе. Әйткәндәй, һуңғыһы еңеү шайбаһын овертаймда индерҙе. Шулай итеп, “Йокерит” бөгөн өсөнсө тапҡыр рәттән еңелеүгә дусар булды, ә юлаевсыларға үҙ боҙонда уйнау бик яҡшы һөҙөмтә менән тамамланды. Был – командабыҙҙың "Өфө-Арена"ла “Йокерит”тан биш тапҡыр еңелгәндән һуң беренсе тапҡыр еңеүе! Әлегә тиклем юлаевсылар был команданы 2015 йылдың 28 октябрендә 4:0 иҫәбе менән ҡыйратҡайны. Ә бөгөн уйын “Салауат Юлаев” файҙаһына 3:2 менән тамамланды.

“Йокерит” Көнсығыш конференцияһында – беренсе, “Салауат Юлаев” – икенсе урында. Юлаевсылар сираттағы матчта ла уңышҡа өлгәшер тигән өмөттәбеҙ.

Фото: КХЛ.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: