Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
8 Октябрь 2021, 22:15

Олимпия комитеты президенты Станислав Поздняков килә

Ошо ваҡытҡа Башҡортостанда халыҡ-ара ярыштарҙы үткәреү мөмкинлеге һәм Фехтование үҙәге төҙөлөшө хаҡында һөйләшеү планлаштырылған.

Олимпия комитеты президенты Станислав Поздняков килә
Олимпия комитеты президенты Станислав Поздняков килә

9 октябрҙә Өфөлә үткәреләсәк Бөтә Рәсәй атлау көнөндә ҡылыста фехтование буйынса 13 тапҡыр Европа, дүрт тапҡыр Олимпия уйындары чемпионы, Рәсәйҙең Олимпия комитеты президенты Станислав Поздняковтың килеүе көтөлә.

Ошо ваҡытҡа Башҡортостанда халыҡ-ара ярыштарҙы үткәреү мөмкинлеге һәм Фехтование үҙәге төҙөлөшө хаҡында һөйләшеү планлаштырылған. Станислав Алексеевич Бөтә Рәсәй атлау көнөндә ҡатнашасаҡ.

Бөтә Рәсәй атлау көнө октябрҙең беренсе ял көндәрендә тотош донъя буйлап “Спорт барыһы өсөн” халыҡ-ара эгидаһы аҫтында уҙғарыла. Рәсәйҙә был форум 2015 йылдан илдең Олимпия комитеты тарафынан тормошҡа ашырыла.

Төп маҡсат – мөмкин тиклем күберәк ҡатнашыусыларҙы физик йәһәттән әүҙем булырға, спорт менән шөғөлләнергә өндәү, физик әүҙемлектең өҫтөнлөктәре тураһында хәбәрҙар булыуҙы арттырыу, әүҙем тормош алып барыуҙың төрлө төрҙәре хаҡында бәйән итеү.

Спорт байрамы үҙ эсенә чемпион менән зарядканы, сәләмәт тормош яратыусыларҙың ике мең метр арауыҡты үтеүен, ижади, спорт-һауыҡтырыу программаһын, физик культура, спорт тармағындағы атҡаҙанған хеҙмәткәрҙәрҙе бүләкләүҙе ала.

Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте.

 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: