Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
9 Октябрь 2021, 18:30

Башлыҡ республиканың спорт йәмәғәтселеге менән осрашты

"Һеҙҙең Олимпиадаларҙағы, халыҡ-ара һәм бөтә Рәсәй чемпионаттарында еңгәнегеҙҙән һуң меңәрләгән үҫмерҙәр спорт залдары һәм стадиондарға бара", - ти Радий Хәбиров спортсыларға.

Башлыҡ республиканың спорт йәмәғәтселеге менән осрашты
Башлыҡ республиканың спорт йәмәғәтселеге менән осрашты

Бөгөн Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән Рәсәй Олимпия комитеты президенты Станислав Поздняков төбәктең спорт йәмәғәтселеге менән осрашты.

– Республика спортсылары беҙҙең балаларға һәм йәштәргә рух ныҡлығы һәм ихтыяр көсө өлгөһө күрһәтә. Был ҡаһарман кешеләрҙең бик ҙур армияһы, – тине Радий Хәбиров. – Һеҙҙең Олимпиадаларҙағы, халыҡ-ара һәм бөтә Рәсәй чемпионаттарында еңгәнегеҙҙән һуң меңәрләгән үҫмерҙәр спорт залдары һәм стадиондарға бара.

Станислав Поздняков Башҡортостан спортсыларын Токиолағы йәйге Олимпия уйындарында уңышлы сығыш яһауҙары менән ҡотланы.

– Күп кеше ҡатнашҡан спорт һәм физкультураһыҙ ҙур еңеүҙәр булмай, – тине ул. – Башҡортостан атлеттарының Токиола нисек сығыш яһауҙарын ҡарап, айырыуса, минең коллегалар – фехтовальщиктар уңышынан һуң, республиканы илдең юғары ҡаҙаныштар спорты үҫеше һәм заманса спорт инфраструктураһы булдырыу буйынса алдынғы төбәге тип билдәләй алам. Бөгөн Башҡортостан Башлығы менән осрашыу ваҡытында беҙ артабанғы перспективаларҙы тикшерҙек. Шуны билдәләйем, Өфөнөң ҙур мультиспорт сараларын үткәреү өсөн бөтә мөмкинлеге лә бар.

Осрашыуҙа Республиканың Спорт көрәше федерацияһы башҡарма директоры Светлана Донцова төбәк етәкселегенең спортсыларҙың көндәлек мохтажлығына һәм хәстәренә битараф булмауын билдәләне.

– Айырыуса, “Спорт көрәше – мәктәптәргә” һәм ауыл тренеры проекттары уңышы тураһында әйткем килә, – тине Светлана Донцова һәм Башҡортостан Башлығына быйыл августа Өфөлә үткән спорт көрәше буйынса донъя беренселеге миҙалын тапшырҙы.

“Ағиҙел” ҡатын-ҡыҙҙар хоккей командаһының спорт директоры Александр Семак Өфө хоккеисткалары уңыштары тураһында һөйләне.

– Беҙ дүрт тапҡыр ил чемпиондары булдыҡ. Беҙҙә 2022 йылда Пекинда үтәсәк ҡышҡы Олимпия уйындарында илдең йыйылма командаһы составына инеү өсөн шанстар ҙур, – тине Александр Семак. – Бынан тыш беҙ әүҙем рәүештә муниципаль эшҡыуарлыҡ сәғәттәрендә ҡатнашабыҙ, уларҙа ҡала һәм район үҙәктәрендә боҙ ареналары төҙөү мәсьәләһен тикшерәбеҙ.

– 2024 йылға беҙҙең планда ҡала һәм райондарға бик күп итеп спорт объекттары төҙөп сығыу, – тине Радий Хәбиров.

Бынан тыш төбәк етәксеһе Өфөлә үҙенсәлекле архитектура объекты – спорт даны геройҙары пантеонын асыу планы бар тине.

– Был үҫеп килгән быуын, милләт киләсәгән булдырыу өсөн матур өлгө буласаҡ, – тине Радий Фәрит улы.

Осрашыу һуңында Радий Хәбиров менән Станислав Поздняков тренерҙар һәм спортсыларға дәүләт һәм ведомство наградалары тапшырҙы.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: