Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
9 Октябрь 2021, 18:15

Өфөгә Рәсәй Олимпия комитеты президенты килде

Станислав Поздняков менән Радий Хәбиров осрашты. Яҡтар республиканың спорт инфраструктураһын үҫтереү мәсьәләһен тикшерҙе, шулай уҡ төбәктә халыҡ-ара кимәлдәге ярыштар үткереү мөмкинлеген ҡараны.

Өфөгә Рәсәй Олимпия комитеты президенты килде
Өфөгә Рәсәй Олимпия комитеты президенты килде

Бөгөн Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәйҙең Олимпия комитеты президенты Станислав Поздняков менән осрашты. Ул Өфөгә Бөтә Рәсәй йөрөү көнө сараларында ҡатнашыу өсөн килгәйне.

Яҡтар республиканың спорт инфраструктураһын үҫтереү мәсьәләһен тикшерҙе, шулай уҡ төбәктә халыҡ-ара кимәлдәге ярыштар үткереү мөмкинлеген ҡараны.

– Башҡортостанда ҙур спорт саралары, ярыштар, форумдар үткәреүҙең ҙур тәжрибәһе тупланған. Быйыл августа беҙ спорт көрәше буйынса донъя беренселеге үткәрҙек, унда 55 илдән атлеттар ҡатнашты. Ноябрҙә көрәш буйынса донъя кубогын һәм дзюдо буйынса Европа чемпионатын ҡаршы алырға әҙерләнәбеҙ. Ә киләһе йылда беҙҙең республикала волейбол буйынса донъя чемпионаты үтәсәк, – тине Радий Хәбиров. – Спорт милли идея булырға тейеш тип тырышабыҙ. Эйе, власть иҡтисад, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, мәғариф һәм башҡа мәсьәләләрҙе хәл итергә тейеш. Тик спорт – беҙ уға граждандарҙа сәләмәт тормош рәүешен булдырыуҙа таянабыҙ.

Башҡортостан Башлығы Өфөлә волейбол, фехтование һәм көрәш үҙәктәре булдырыу буйынса пландар, шулай уҡ муниципалитеттарҙа спорт объекттары – бассейндар, ФОК-тар, боҙ майҙандары төҙөү тураһында һөйләне.

– Бындай спорт ҡоролмалары һаны буйынса беҙ илдә икенсе урында. Әммә өс йыл элек кенә 16 районда бассейндар юҡ ине. Беҙ уларҙы 2024 йылға тиклем төҙөргә планлаштырабыҙ. Шул уҡ ваҡытта муниципалитеттарҙа йәшәгән кешеләр ҙә яңы объекттар көтә, был бик мөһим, – тине төбәк етәксеһе.

Рәсәй Олимпия комитеты президенты Станислав Поздняков Радий Хәбировҡа Бөтә Рәсәй йөрөү көнөндә ҡатнашырға саҡырған өсөн рәхмәт әйтте.

– Өфө – ил картаһындағы иң мөһим спорт үҙәктәренең береһе. Бында сәләмәт тормош рәүеше алып барыуға һәм физик культураны үҫтереү мәсьәләһенә ҙур иғтибар бүләләр. Быны Рәсәй һәм халыҡ-ара эксперттар, төрлө кимәл ярыштар ойоштороусылар дәлилләй, – тине Вячеслав Поздняков. – Төбәктәрҙә спорт саралары үткәреү бындағы халыҡҡа билдәле спортсылар менән танышыу мөмкинлеге бирә, төрлө йәштәге кешеләрҙе спорт менән шөғөлләнеүгә ҡыҙыҡһындыра. Был йәһәттән Башҡортостандың үҫешкән инфраструктураһы ҙур роль уйнай.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: