Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
9 Октябрь 2021, 20:45

Өфөлә Бөтә Рәсәй йөрөү көнө үтте

9 октябрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән Рәсәй Олимпия комитеты президенты Станислав Поздняков Бөтә Рәсәй йөрөү көнөнә арналған сараларҙа ҡатнашты.

Өфөлә Бөтә Рәсәй йөрөү көнө үтте
Өфөлә Бөтә Рәсәй йөрөү көнө үтте

9 октябрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән Рәсәй Олимпия комитеты президенты Станислав Поздняков Бөтә Рәсәй йөрөү көнөнә арналған сараларҙа ҡатнашты. Быйыл Олимпия комитеты ҡарары буйынса Өфө был сараны үткәреү буйынса үҙәк майҙан тип һайланды.

Сара Роспотребнадзор талаптарын ҡәтғи үтәп ойошторолдо. Шулай, бер юлы дистанцияны 500-ҙән артыҡ кеше үтмәне, ҡатнашыусылар төркөмләп, 15 минут һайын китеп торҙо. Сара үткәрелгән биләмәгә тик коронавирустан прививка яһатҡандар ғына QR-код буйынса инә алды.

2022 метр оҙонлоғондағы дистанция маршруты Ағиҙел яры буйлап үтте. Юлда дүрт әүҙемлек эшләне, уларҙа һәр кем үҙ көсөн һанап ҡарай алды.

Сарала ҡатнашыусылар өсөн олимпия чемпионы Аделина Заһиҙуллина һәм фитнес-тренерҙар күнекмә үткәрҙе. Дистанцияның финишы Дуҫлыҡ монументы янында булды.

Радий Хәбиров Бөтә Рәсәй йөрөү көнөндә ҡатнашыусыларҙы ҡотланы.

– Бындай көндә беҙгә Рәсәй Олимпия комитеты президенты, дүрт тапҡыр олимпия чемпионы Станислав Поздняковтың килеүе ҡыуаныслы. Беҙ Башҡортостанда спортты яратабыҙ, уны үҫтереүгә ҙур иғтибар бүләбеҙ. Минең өсөн был милли идея, – тине Радий Хәбиров. – Беҙҙең балалар, өлкәндәр һәм ҡарттар даими рәүештә спорт менән шөғөлләнә алһын өсөн беҙ шарттар булдырабыҙ. Килгәнегеҙ өсөн рәхмәт!

Станислав Поздняков белдереүенсә, Өфө бер көнгә Рәсәйҙең олимпия баш ҡалаһы булып торҙо.

– Бөгөн ошондай матур көндә беҙ бергәләп дистанцияны үттек һәм шуның менән 2022 йылда Пекинда үтәсәк Олимпия уйындарынада ҡатнашасаҡ командабыҙға ярҙам иттек. Токиолағы йәйге уйындар еңел булманы, ауыр шарттарҙа үтте. Шуға күрә беҙҙең спортсыларҙың еңеүҙәре ҡәҙерлерәк. Улар ысын геройҙар, – тине ул. – Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа республикала һәм илдә спортты үҫтереүгә ҙур көс һалғаны өсөн рәхмәт. Бергә генә беҙ уңышҡа өлгәшә аласаҡбыҙ.

Аҙаҡ улар журналистар менән аралашты һәм тәьҫораттары менән уртаҡлашты.

– Бөгөн Өфөлә булыуыма бик шатмын. Спорт яратыусылар, 2022 йылғы ҡышҡы олимпия уйындарына әҙерләнгән спортсылар, етәкселәр менән бергә дистанция үтеү – бик яҡшы ваҡиға булды. Һауа торошо ла бик яҡшы ине, әйтерһең дә, заказ буйынса. Сараны үткәреү өсөн һайланған майҙан да бик оҡшаны, яр буйығыҙ бик матур. Ҡалала һәм республикала спортҡа ҙур иғтибар менән ҡарайҙар. Һәм беҙ, Олимпия комитеты, төрлө яҡлап ярҙам итергә, спорт инфраструктураһын үҫтерергә әҙербеҙ. Шулай уҡ башҡорт спортсыларының Олимпия уйындарындағы уңыштары менән халыҡты ҡотлайым. Был өлөш иғтибарһыҙ ҡалманы, – тине ул.

– Пандемия ҡасан да булһа китәсәк. Республика кешеләренә тағы ниндәй ҙур саралар көтөргә? Ниндәй турнирҙар буласаҡ? – тип һоранылар Радий Хәбировтан журналистар.

– Беҙ матур байрам – Бөтә Рәсәй йөрөү көнөнөң старт майҙансығы булып тороуыбыҙға бик шатбыҙ. Бөгөн беҙҙә ҡунаҡта Рәсәй Олимпия комитеты президенты булыуы ла ҡыуандыра. Ул үҙе генә түгел, ә яҡшы спортсылар менән бергә килгән. Икенсенән, коронавирус бер ҡасан мотлаҡ китәсәк. Әле хәлдәр ҡатмарлы һәм беҙ санитар талаптарҙы ныҡлап үтәйбеҙ. Әммә мотлаҡ рәүештә ҙур саралар үткәрергә планлаштырабыҙ. Ноябрҙә дзюдо буйынса Европа чемпионаты, декабрҙә грек-рим ярышы буйынса Рәсәй кубогы үтәсәк. 2022 йылда Өфө волейбол буйынса донъя чемпонатын ҡабул итәсәк. 2024 йылға тиклем пландар күп, – тине Радий Хәбиров.  

Бөтә донъя йөрөү көнө беренсе тапҡыр 1991 йылда Германияла үткән. Йыл һайын унда донъяның 200 ҡалаһынан 15 миллион кеше ҡатнаша. Рәсәйҙә беренсе йөрөү көнө 2014 йылда Чебоксары ҡалаһында үткән. 2015 йылдан ул бөтә Рәсәй сараһына әүерелә һәм илдең Олимпия комитеты ярҙамында үткәрелә. Башҡортостан да был сараларҙа әүҙем ҡатнаша, 2019 йылда унда 66 мең кеше ҡатнашҡан.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: