Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
9 Октябрь 2021, 20:10

Өфөлә Фехтование үҙәге төҙөлә

Уның концепцияһын бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән Рәсәй Олимпия комитеты президенты Станислав Поздняков Республиканың фехтование федерацияһы вәкилдәре менән тикшерҙе. 

Өфөлә Фехтование үҙәге төҙөлә
Өфөлә Фехтование үҙәге төҙөлә

Өфөлә Фехтование үҙәген төҙөүҙө 2024 йылда тамамларға йыйыналар. Уның концепцияһын бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән Рәсәй Олимпия комитеты президенты Станислав Поздняков Республиканың фехтование федерацияһы вәкилдәре менән тикшерҙе.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Фехтование үҙәген төҙөү ҡарарын Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров быйыл августа Токиолағы йәйге олимпия уйындарында еңгәндәр һәм призерҙар, рапирасылар Аделина Зәһиҙулина һәм Тимур Сафин менән осрашҡан саҡта ҡабул иткәйне.

Яңы объектты баш ҡаланың Ленин районында, Рима Баталова исемендәге спорт әҙерлеге үҙәге янында төҙөргә йыйыналар.

Үҙәктә күнекмәләрҙән тыш, республика, төбәк-ара һәм бөтә Рәсәй кимәлендәге ярыштар үтәсәк. Бында бер юлы 400-450 кеше, шул иҫәптән 350 тамашасы килә аласаҡ. Проектҡа ярашлы, объектта ике универсаль һәм ике махсуслаштырылған зал, сисенеү бүлмәләре, тергеҙеү үҙәге буласаҡ. Бында заманса хәүефһеҙлек системалары ҡаралған. Янындағы биләмәлә күп функциялы спорт ҡабы ҡуйыласаҡ, йүгереү юлдары ла ҡаралған. Бынан тыш үҙәктә Башҡортостанда фехтование үҫеше тарихына арналған музей асыласаҡ.

Радий Хәбиров белдереүенсә, Фехтование үҙәге республика һәм баш ҡала халҡына һәм спортсыларға Өфөнөң 450 йыллыҡ юбилейына ҙур бүләк буласаҡ.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән Рәсәй Олимпия комитеты президенты Станислав Поздняков шулай уҡ Рима Баталова исемендәге Спорт әҙерлеге үҙәген дә ҡаранылар. Уны 2019 йылдың йәйендә асҡайнылар. Шул саҡтан һуң ул ошонда күнекмәләр үткәргән олимпия һәм паралимпия спортсылары өсөн икенсе йортҡа әйләнгән.  Майҙанда ҙур Рәсәй һәм халыҡ-ара саралар үтте.

Затон биҫтәһендә урынлашҡан комплекстың дөйөм майҙаны 37 мең квадарт метрҙан ашыу. Бында бер юлы 4 мең спортсы һәм тамашасы була ала. Бында спорттың 40 төрө буйынса күнекмәләр үткәреү өсөн шарттар булдырылған, шул иҫәптән инвалидтар өсөн дә.

Үҙәктә универсаль һәм махсуслаштырылған спорт залдары, дүрт бассейн, асыҡ еңел атлетика йәҙрәһе, табип-тергеҙеү үҙәге, 200 урынлыҡ ҡунаҡхана һәм кафе бар.

Былтыр “Спорт менән йәшәйем” Бөтә Рәсәй форумында был Үҙәк илдең иң яҡшы спорт объекты тип танылды.

Радий Хәбиров менән Станислав Поздняков бокс һәм фехтование буйынса асыҡ күнекмәләрҙе ҡараны, йәш спортсылар һәм профессионалдар менән аралашты. Улар араһында фехтование буйынса олимпия чемпионы Аделина Зәһиҙуллина менән паралимпиаданың бронза призеры Никита Нагаев бар.

Бынан тыш үҙәктә Бөтә Рәсәй “Урал батыр” көслө кешеләр турнирына әҙерлек бара, ул Республика көнөнә арнала. Ҡунаҡтар илдең иң көслө кешеһе Эльбрус Ниғмәтуллин менән аралашты һәм ярыштарҙа уңыштар теләне.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: