Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
11 Октябрь 2021, 23:30

Республика көнөндә - лайыҡлы алыш

Өфөлә беренсе тапҡыр Russian Super Series профессиональ бокс турниры үтте.

Республика көнөндә - лайыҡлы алыш
Республика көнөндә - лайыҡлы алыш

Бөгөн, 11 октябрҙә, Өфөлә беренсе тапҡыр Russian Super Series профессиональ бокс турниры үтте.

Ярыш Республика көнөнә арналды. Унда Башҡортостандан өс спортсы ҡатнашты. Турнирҙы ҡарарға республика Башлығы Радий Хәбиров һәм Ҡаҙағстан делегацияһы вәкилдәре килде.

Спорт сараһы Өфөнөң Спорт һарайында уҙҙы. Ул Рәсәйҙең Бокс федерацияһы һәм Башҡортостандың Спорт министрлығы ярҙамында ойошторолдо.

Токиолағы Олимпия уйындары чемпионы Альберт Батырғәзиев менән итальян Лазе Суаттың көрәше был турнирҙың төп ярышы ине. Еңеү - Рәсәй спортсыһында: ул, дәғүәсеһен икенсе раундта техник нокаутҡа ебәреп, ярым еңел ауырлыҡта WBO European билбауын яуланы.

Башҡортостан бокс мәктәбе тәрбиәләнеүселәре - халыҡ-ара класс спорт мастерҙары Артур Собханҡолов һәм Иван Абрамов, Рәсәй спорт мастеры Данис Ғабдрафиҡовтар ҙа профессиональ рингта республиканы лайыҡлы күрһәтте. Турнирҙа бөтәһе алты көрәш булды, унда Рәсәй, БДБ, Европа боксерҙары осрашты.

Мәғлүмәт, фото: glavarb.ru

Республика көнөндә - лайыҡлы алыш
Республика көнөндә - лайыҡлы алыш
Республика көнөндә - лайыҡлы алыш
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: