Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
15 Октябрь 2021, 11:52

Афарин, Ишембай ҡыҙы!

“Башҡортостан” шашка үҙәк клубы.
Фото:“Башҡортостан” шашка үҙәк клубы.

Республика көнөндә “Башҡортостан” үҙәк шашка клубынан Айгөл Иҙрисова Европа халыҡ-ара чемпионатында шашканың “блиц” төрөндә еңеп сыҡты.

Ишембай ҡалаһы ҡыҙы алты йәшендә, балалар баҡсаһына йөрөгәндә үк, шашка уйнарға өйрәнә. Мәктәпкә барғас, беренсе кластан шашка секцияһына яҙыла. Яҡташыбыҙ туғыҙ йәшендә 2004 йылғы Рәсәй шәхси-команда чемпионатында халыҡ-ара шашка буйынса ҡатын-ҡыҙҙар ара­һында сығыш яһай. Был ваҡытта ул Өфө ҡалаһының 23-сө балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә белем ала, 2011 йылға тиклем Ишембайҙағы “Сатраш” шашка клубы, 2012 йылдан Өфөләге “Йәшлек” шашка клубы өсөн сығыш яһай, “Башнефть” профессиональ шашка клубы өсөн уйнай.

Яҡташыбыҙ 2013 йылда Францияла үткәрелгән Халыҡ-ара шашка буйынса донъя чемпионатында 19 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар араһында еңеүсе тип танылды. Бер йыл үткәс, ул Рәсәй йыйылма командаһы составында етеҙ программа буйынса Европа чемпионы исемен яуланы. Ошо уҡ йылда Беларусь Республикаһында ойошторолған халыҡ-ара шашка буйынса Европа беренселегендә ҡыҙҙар араһында беренселеккә сыҡты.

Айгөл Иҙрисова – Рәсәйҙең халыҡ-ара шашка, шулай уҡ рус шашкаһы буйынса йәштәр йыйылма командаһы ағзаһы. Ул 2016 йылда “блиц” форматында донъя чемпионы, шулай уҡ Европа чемпионы булды һәм халыҡ-ара гроссмейстер исеменә лайыҡ булды. Быйыл 11 октябрҙә, Республика көнөндә, Ишембай ҡыҙы Италияла үткәрелгән халыҡ-ара шашка буйынса Европа чемпионатында беренселекте яуланы.  Ул, исеме тотош донъяға таныш Тамара Танһыҡҡужинанан һәм Латвия спортсыһы Зоя Голубеванан һуң, ҡатын-ҡыҙҙар араһында шашка буйынса Европа чемпионатының барлыҡ уйын төрҙәрендә лә еңеү яулаған спортсы тип танылды.

2013 йылда Айгөл – “рапид”, 2016 йылда – классик программала, быйыл Республика көнөндә “блиц” төрөндә беренселекте яуланы. Яҡташыбыҙҙы был еңеүе менән ҡотлайбыҙ һәм уңыштар теләйбеҙ!

- Айһылыу НИЗАМОВА 

Читайте нас: