

Был миҙгелдә “Салауат Юлаев” менән СКА командалары бер тапҡыр Санкт-Петербургта осрашҡайны һәм матч 2:4 иҫәбенә тамамланғайны.
Тик икенсе осрашыу баштан уҡ юлаевсылар файҙаһына барманы.
Беренсе осорҙоң 3-сө минутында СКА һөжүм итеүсеһе Владислав Цицюра юлаевсылар ҡапҡаһына беренсе шайбаны ташланы. Хоккейсыларыбыҙ был хәлгә иғтибар итмәй, яҡшылап уйнарға, алға сығырға маташты, тик уларҙың был уй-ниәттәре бойомға ашманы, хатта күпселектә уйнағанда ла СКА ҡапҡаһына шайба индерә алманылар. Өҫтәүенә, Маркус Гранлунд бәргән шайба ҡунаҡтар ҡапҡаһына ингәндәй тойолғайны ла, ҡунаҡтарҙы штанга “ҡотҡарҙы”, шайба иҫәпкә алынманы. Икенсе һәм өсөнсө уйын осоро ла юлаевсыларға уңыш килтермәне. Шулай итеп, сираттағы матч СКА файҙаһына 0:5 иҫәбенә тамамланды.
12 октябрҙә “Салауат Юлаев” Ҡазандың “Аҡ Барыҫ”ы менән осрашты. Матч “Аҡ Барыҫ” файҙаһына 2:3 иҫәбе менән тамамланды.
- Айһылыу НИЗАМОВА