Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
15 Октябрь 2021, 11:54

Күптәр шахмат уйнай

Рәсәй Шахмат федерацияһы.
Фото:Рәсәй Шахмат федерацияһы.

Өфөлә үткәрелгән Рәсәйҙең чемпионаттар суперфиналында ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһында турнирҙар тамамланды.

Кирилл Алексеенко менән Александра Горячкина ферзь гамбитының карлсбад вариантында уйнаны. Кирилл партияны еңеү менән тамамланы. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында Валентина Гунина Алина Кашлинскаяға беренселекте бирмәне һәм икенсе тапҡыр рәттән еңеүсе тип танылды.

Өҫтәмә программа рәүешендә Р.Х. Ғүмәров мемориалына ярыштар уҙғарылды. Блиц-турнирҙа 48 шахматсы ҡатнашты. Ир-егеттәр араһында беренселекте Денис Хисмәтуллин яуланы, ҡатын-ҡыҙҙар араһында иһә Камилла Байбуринаға, ветерандар араһында Аркадий Ратнерға тиңдәр табылманы.

Шулай итеп, 11 октябрҙә команда турниры ла башланды. Унда республикабыҙҙан 85 кеше ҡатнаша. Һәр команда дүрт баланан һәм бер өлкән кешенән тора. Һөҙөмтәләр 16 октябрҙә асыҡланасаҡ. Турнирҙың маҡтаулы ҡунағы – Шахмат музейы кураторы, тарих фәндәре кандидаты Дмитрий Олейников.

Әйткәндәй, Башҡортостанда шахмат менән 17 мең тирәһе кеше шөғөлләнә. Рәсәй чемпионаттары суперфиналдарын республикабыҙҙа уҙғарыу спорттың үҙенсәлекле бер төрө булған шахматты тағы ла танытыу мөмкинлеген бирә. 

- Айһылыу НИЗАМОВА 

Читайте нас: