Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
15 Октябрь 2021, 21:40

Шүлгәнташ туризм үҙәгенә әйләнә

Мәғлүм булыуынса, мәмерйәнең диуарҙарына төшөрөлгән боронғо һүрәттәрҙе һаҡлау маҡсатында унда туристарҙы индереү сикләнгән. Шүлгәнташ менән ҡыҙыҡһыныусыларға әлеге ҡомартҡыларҙың күсермәләрен күрһәтәсәктәр.

Шүлгәнташ туризм үҙәгенә әйләнә
Шүлгәнташ туризм үҙәгенә әйләнә

"Шүлгәнташ" тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығы киләһе йылдан халыҡты ҡабул итә башлаясаҡ. Бөгөн Бөрйән районына эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уны ҡарап сыҡты.

Мәғлүм булыуынса, мәмерйәнең диуарҙарына төшөрөлгән боронғо һүрәттәрҙе һаҡлау маҡсатында унда туристарҙы индереү сикләнгән. Хәҙер инде, ошо биләмәлә заманса музей комплексы төҙөп, Шүлгәнташ менән ҡыҙыҡһыныусыларға әлеге тарихи-мәҙәни ҡомартҡыларҙың күсермәләрен генә күрһәтәсәктәр. Музей директоры Фәүзил Маликов әйтеүенсә, өс ҡатлы бинаның дөйөм майҙаны 4 мең квадрат метрҙан ашыу, унда медиазал, таштағы рәсемдәр экспозицияһы, археологик ҡаҙылмаларҙың һәм боронғо кешеләрҙең туҡталҡаларының реконструкцияһы, фәнни-тикшеренеү лабораторияһы һәм фонд һаҡлағысы урынлашасаҡ. Киләһе йыл башында, эске биҙәкләү эштәрен тамамлағас, комплекс техник яҡтан әҙер буласаҡ, әммә халыҡты йәйгә генә ҡабул итә башлаясаҡ. Музей коллективы 38 кешенән тора.

Башҡортостан Башлығы фәнни-тикшеренеү эшенә йәштәрҙе нығыраҡ йәлеп итергә кәрәклеген билдәләне. Быйылдан төбәктә белгестәргә грант нигеҙендә ярҙам итеүсе "Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре" программаһы тормошҡа ашырыла, яңы музей хеҙмәткәрҙәренә унда ҡатнашырға мөмкин, тине ул.

– Шүлгәнташ мәмерйәһенә ҡарата бик һаҡсыл мөнәсәбәттәбеҙ, –  тине Радий Хәбиров. – Был тарихи, мәҙәни, белем биреү комплексын шул маҡсатта төҙөйбөҙ ҙә инде. Унда ғилми симпозиумдар, мәғариф һәм мәҙәниәт саралары үткәрелеп торасаҡ. Музей янында ҡунаҡхана, заманса инфраструктура ла буласаҡ, Шүлгәнташ республиканың көньяғындағы туризм үҙәгенә әйләнәсәк.

 

Фото: glavarb.ru

Автор:Даян Мазитов
Читайте нас: