Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
18 Октябрь 2021, 18:30

Социаль программа көнө нисек үтте?

15 октябрҙә Өфөлә бер нисә сара ойошторолдо, уларҙа 50 тирәһе кеше ҡатнашты.

Социаль программа көнө нисек үтте?
Социаль программа көнө нисек үтте?

Рәсәйҙең Шахмат федерацияһы һәм Елена менән Геннадий Тимченконың Хәйриә фонды тарафынан тормошҡа ашырылған “Музейҙарҙа шахмат” программаһына ярашлы ойошторолған Рәсәй чемпионаттары суперфиналдары ваҡытында, ғәҙәттәгесә, социаль программа көнө үткәрелде.

Шулай итеп, 15 октябрҙә Өфөлә бер нисә сара ойошторолдо һәм уларҙа 50 тирәһе кеше ҡатнашты. Беренсе сеанс М. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында билдәле гроссмейстер, тренер, комментатор Сергей Шипов ҡатнашлығында үткәрелде. Уның менән республика инвалид балалары өсөн дистанцияла белем алыу үҙәгенең Стәрлетамаҡ бүлексәһенән һәм Стәрлетамаҡтағы ишетмәгән балалар өсөн коррекция мәктәп-интернаттан туғыҙ тәрбиәләнеүсе, уларҙың педагогтары уйнаны. Сеанстан һуң барлыҡ ҡатнашыусылар ҙа ойоштороусыларҙан, партнерҙарҙан бүләк алды. Музей директоры Айрат Тереғолов Сергей Шиповҡа художестволы альбом тапшырҙы. Башҡортостандың Шахмат федерацияһы президенты Филүс Ишбулатов ойоштороусыларға бүләктәр бирҙе.

Ошо уҡ көндә “Башҡортостан Лайфстайл” үҙәгендә республиканың төрлө ҡала-райондарынан балаларҙың бер юлы 38 таҡтала гроссмейстерҙар һәм комментаторҙар Евгений Мирошниченко, Александр Шиманов менән уйын сеанстары ойошторолдо. Сеансерҙар барлыҡ партияларҙа ла еңде, был көн береһе лә бүләкһеҙ ҡалманы.

Ошонда уҡ балалар блиц-турниры үткәрелде. Унда иһә республика ҡалаларынан һәм райондарынан 35 бала үҙ көсөн һынаны. Ете мәрәйҙән алтауҙы Даниил Никифоров менән Самат Мөхтәров яуланы. Өҫтәмә яҡшы күрһәткестәр Даниилды беренсе урынға сығарҙы. Артем Мәҡсүтов егеттәрҙән ярты мәрәйгә генә артта ҡалды. Ҡыҙҙар араһында иң яҡшы һөҙөмтәгә Елизавета Соколова өлгәште.

Сарала ҡатнашыусыларға Өфө буйлап экскурсия ла тәҡдим ителде.

Фото: Башҡортостан Спорт министрлығы.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: