Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
19 Октябрь 2021, 12:30

Теләге булғандар күҙәтә ала

Кисә Өфөлә ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-егеттәр араһында шахмат буйынса Рәсәй чемпионаттары суперфиналдарының туғыҙынсы туры уҙғарылды.

Теләге булғандар күҙәтә ала
Теләге булғандар күҙәтә ала

Асыҡ турнирҙа Павел Понкратов үҙенең беренсе еңеүен яуланы. Ул Максим Чигаевты еңде. Владимир Федосеев Александра Горячкина менән артыҡ әүҙем уйнаманы һәм үҙенең позицияһын насарайтты. Ҡатын-ҡыҙҙар төркөмөнә килгәндә, Марина Гусева ике тапҡыр рәттән еңеү яуланы. Алина Бивол менән Алина Кашлинская дуэтында һуңғыһы беренсе урынға сыҡты.

Рәсәйҙең Шахмат федерацияһы һәм Елена менән Геннадий Тимченконың Хәйриә фонды тарафынан тормошҡа ашырылған “Музейҙарҙа шахмат” программаһы сиктәрендә ойошторолған Рәсәй чемпионаттары суперфиналдарын ҡарарға теләүселәр, шахматты яратыусылар Өфөләге “Nesterov Plaza” отелендәге комментаторҙар залында гроссмейстер Сергей Шиповҡа мөрәжәғәт итә ала. Тамашасыларҙы 15  сәғәт 15 минутта индерә башлайҙар. Турнирҙа битлек кейеү режимы күҙәтелә, сарала ҡатнашыусыларҙың тән температураһы үлсәнә.

Фото: Этери Кублашвили.

 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: