Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
20 Октябрь 2021, 15:30

10-сы тур еңеүселәре асыҡланды

Өфөлә шахмат буйынса Рәсәй чемпионаттары суперфиналдары бара.

10-сы тур еңеүселәре асыҡланды
10-сы тур еңеүселәре асыҡланды

19 октябрҙә Өфөлә ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-егеттәр араһында шахмат буйынса Рәсәй чемпионаттары суперфиналдарының 10-сы туры үткәрелде.

Башта асыҡ турнир лидеры Никита Витюгов Андрей Есипенконы еңергә тейеш тип тойолғайны, тик уңыш урап үтте һәм беренселекте дәғүәсеһе яуланы. Тағы Максим Матлаков еңеүсе тип танылды, Александра Горячкина икенсе урынға сыҡты. Александр Предке иһә Павел Понкратовтан көслөрәк булып сыҡты. Көндөң иң оҙон партияһында Александр Мотылев Максим Чикаевҡа беренселекте бирмәне.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй чемпионаттары суперфиналдары илдең  Шахмат федерацияһы һәм Елена менән Геннадий Тимченконың Хәйриә фонды тарафынан тормошҡа ашырылған “Музейҙарҙа шахмат” программаһына ярашлы ойошторола.

Фото: Этери Кублашвили.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: