

Миәкә районынан алты йәшлек Ислам Зәйнетдинов үҙенсәлекле рекорд ҡуйҙы.
Күптән түгел алты йәшлек Ислам турникта 1 сәғәт 27 минут буйы туҡтауһыҙ 320 тапҡыр әйләнде. Оло кешегә был күнекмәләрҙе шул кимәлдә эшләү еңел түгеллеген иҫәпкә алһаҡ, бәләкәстең ошондай уңышҡа өлгәшеүенә хайран ҡалаһың! Быға, әлбиттә, малайҙың көн һайын физик күнекмәләр эшләүе булышлыҡ иткән. Белгестәр әйтеүенсә, Ислам йәшендәгеләр араһында бындай һөҙөмтә әлегә теркәлмәгән.
…Барыһы ла ғаиләнән башлана. Исламдың атаһы Айгиз Зәйнетдинов – көрәш буйынса ярыштарҙа күп тапҡыр беренселекте яулаған спортсы. Тап уның ныҡышмалылыҡ, тырышлыҡ, ныҡлыҡ, ихтыяр көсө, үҙ маҡсатына өлгәшеү кеүек һыҙаттары улына ла күскән, күрәһең. Ә бына турникта күнекмәләрҙе туҡтауһыҙ яһау буйынса Ислам хатта атаһын уҙып киткән. Ә малайҙың спорт өлкәһендәге ҡаҙаныштары видеоға һәм фотоға төшөрөлөп бара.
Киләсәктә Ислам Зәйнетдинов көрәш менән шөғөлләнергә, чемпион исемен яуларға хыяллана. Ике-өс йәшенән үк спорт юлына ныҡлап баҫҡан малайҙың был матур уй-хыялы тормошҡа ашмай ҡалмаҫ, әлбиттә.
- Айһылыу НИЗАМОВА