

Һуңғы ваҡытта хоккейҙы тиккә генә быуат уйыны тип атамайҙар, сөнки унда заман спорты төрҙәренең барлыҡ сағыу, тулҡынландырғыс, һоҡландырғыс, хатта илһамландырғыс һыҙаттары тупланған. Мәҫәлән, уға көрәштәге кеүек таһыллыҡ, башҡа алыш төрҙәрендәге кеүек ҡаһарманлыҡ, етеҙлек хас. Шуға ла ул бер кемде лә – йәшен дә, олоһон да – вайымһыҙ ҡалдыра алмай. Хоккей матчтарында барған хәлдәрҙең тиҙ алмашыныуы, һөжүм итеү йәки, киреһенсә, һаҡланыу барышы һәр спорт һөйөүсенең, көйәрмәндең иғтибарын йәлеп итмәй ҡалмай.
“Салауат Юлаев” хоккей командаһының Континенталь хоккей лигаһы регуляр чемпионатындағы һәр уйынын түҙемһеҙләнеп көтөп алабыҙ һәм һәр матчтан еңеү көтәбеҙ. Әммә барлыҡ матчтарҙа ла уңышҡа өлгәшеп буламы ни?! Юҡ, әлбиттә. Әммә юлаевсылар “Металлург” командаһы менән икенсе тапҡыр осрашыуында ла һынатманы. Иҫәпте командабыҙҙың һөжүм итеүсеһе Сергей Шмелев асты. Артабан Петр Хохряков, һуңғараҡ Филип Ларсен, артабан Александр Кадейкин, Теему Хартикайнен “Металлург” ҡапҡаһына шайбаны сәпәне. Шулай итеп, уйын “Салауат Юлаев” файҙаһына 5:2 иҫәбе менән тамамланды.
19 октябрҙә “Салауат Юлаев” командаһы “Трактор” менән осрашты. Матч Силәбе ҡалаһының Валерий Белоусов исемендәге “Арена-Трактор” стадионында уҙҙы. Томи Ламса тәрбиәләнеүселәре боҙ хужаларын 6:1 (2:0; 2:0; 2:1) иҫәбе менән ҡыйратты.
Матч башланып, ике минут үткәс, Данил Башкиров өфөләрҙе алға сығарҙы. 18-се минутта Григорий Панин өҫтөнлөктө арттырҙы. Икенсе осор башланғанда Павел Коледов өсөнсө шайбаны Роман Вилл ҡапҡаһына сәпәне. 38-се минутта Сакари Маннинен иҫәпте 4:0 итте. Өсөнсө осорҙа “Трактор” ҡапҡаһын һаҡларға тип Эмиль Ғарипов ҡуйылды. Николай Кулёмин бишенсе шайбаны “Трактор” ҡапҡаһына сәпәне. Йәнә 57-се минутта – Сакари Маннинен.
21 октябрҙә “Салауат Юлаев” хоккейсылары Мәскәүҙә ЦСКА командаһы менән осрашты.
- Айһылыу НИЗАМОВА