

Силәбе ҡалаһында 16 йәштән 18 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар араһында “Рәсәй йәшлеге” ярыштары тамамланды.
Спорт сараһында илдең 11 төбәгенән 100-ҙән ашыу көрәшсе ҡатнашты. Республикабыҙҙан өс вәкил уңышҡа өлгәште. 16 йәшкә тиклемгеләр араһында 36 килограмға тиклемге ауырлыҡ үлсәмендә Юлиана Караулова (тренеры – Г.А. Ивонин) турнир еңеүсеһе тип танылды. Ошо уҡ йәш категорияһында 39 килограмға тиклемге ауырлыҡ үлсәмендә Виолетта Корнилаева (тренеры – Г.А. Ивонин) икенсе урынды яуланы. Яна Корнилаева (тренеры – Г.А. Ивонин) иһә 18 йәшкә тиклемгеләр араһында (39 килограмға тиклемге ауырлыҡ үлсәме) бронза миҙалға лайыҡ булды.
- Айһылыу НИЗАМОВА