

Күптән түгел Шишмә районының Келәш ауылында Рәсәйҙә буласаҡ “Волейбол буйынса донъя чемпионаты FIVB-2022” сараһына арналған “Волейбол уйнайбыҙ – донъя чемпионатын ҡаршылайбыҙ!” фестивале уҙғарылды.
Белеүебеҙсә, волейбол буйынса донъя чемпионаты дүрт йылға бер тапҡыр үткәрелә. 2022 йылда Өфө – илебеҙҙең ошо ярыштар буласаҡ ун ҡалаһының береһе.
“Волейбол уйнайбыҙ – донъя чемпионатын ҡаршылайбыҙ!” фестивале Келәш ауылындағы М. Кәрим исемендәге дөйөм белем биреү мәктәбе залында үткәрелде. Уҡыусылар “Урал бөркөттәре” командаһы (тренеры – Игорь Пасечник) менән осрашты. Сараны тантаналы асыу ваҡытында ойошторолған телекүперҙә республиканың спорт министры Руслан Хәбибов уҡыусыларҙы ҡотлап, уҡыуҙарында уңыштар теләне. Ул, башҡа спорт саралар кеүек, волейболдың да балалар араһында популярлыҡ яуларына ышаныс белдерҙе.
"Келәш ауылындағы М. Кәрим исемендәге дөйөм белем биреү мәктәбенең спорт залы район бюджеты иҫәбенә ремонтланғайны. Спорт залын “Атайсал” проектына ярашлы заманса волейбол кәрәк-яраҡтары һәм ҡорамалдары менән йыһазландырған, шулай уҡ ошо сараны үткәргән өсөн Руслан Хәбибовҡа, Рәсәйҙең, Башҡортостандың Спорт федерацияһына рәхмәт белдерәм. Ул балаларға спортта тәүге аҙымдар яһарға, артабан Олимпия үрҙәренә тиклем күтәрелергә ярҙам итер тип ышанам", - тип белдерҙе Шишмә районы хакимиәте башлығы Ришат Мансуров.
Фото: Шишмә районы хакимиәте.