

Рәсәй Олимпиада комитеты 2022 йылда Пекинда уҙасаҡ ҡышҡы Олимпиада уйындарына әҙерлектә ҡатнашыу өсөн милли командаға кандидаттар исемлеген билдәләне.
Исемлеккә 599 спортсы ингән. Улар биатлон, бобслей, скелетон, тау саңғыһы спорты, кёрлинг, конькиҙа шыуыу спорты, саңғы буйынса ике төр бәйге, саңғы ярышы, трамплиндан саңғыла һикереү, сана спорты, сноуборд, конькиҙа фигуралы шыуыу, фристайл, хоккей, шорт-трек кеүек спорт төрҙәрендә көсөн һынап ҡараясаҡ.
Рәсәй Олимпиада командаһына кандидаттар исемлегендә Башҡортостандан 26 спортсы бар: биатлонсылар Антон Бабиков һәм Эдуард Латипов, бобслей буйынса – Юлия Беломестных, Александра Тарасова, Ростислав Гайтюкевич, Георгий Кузьменко, Александр Третьяков, Илвир Хужин, саңғысы Эрнест Яхин, сноубордсы Елизавета Сәлихова, хоккейсылар – Мария Баталова, Дарья Белоглазова, Вероника Коржакова, Полина Лучникова, Илона Маркова, Мария Печникова, Анна Пругова, Елизавета Роднова, Мария Сорокина, Ольга Сосина, Татьяна Шибанова, Михаил Науменков, шорт-трек буйынса – Анастасия Мигунова, Семен Елистратов, Лим Кәбиров, конькиҙа шыуыусы Виктор Лобас.
Тулы исемлек менән Рәсәй Олимпиада комитеты сайтында (сайте) танышырға мөмкин.
Ҡышҡы Олимпиада уйындары Пекинда киләһе йылда 4 – 20 февралдә уҙасаҡ. Спорт арбитраж суды ҡарары буйынса, Рәсәй йыйылма командаһы был юлы ла милли флагһыҙ, гимнһыҙ сығыш яһаясаҡ.