

Өфөнән спортсы Семен Елистратов шорт-трек буйынса донъя кубогы этабында 1500 арауыҡҡа ярыштарҙа алтын миҙал яуланы.
Семен Елистратовтың һөҙөмтәһе 2 минут та 18,285 секунд булһа, икенсе урынды яулаған Адиль Ғәлиәхмәтов (Ҡаҙағстан) финишҡа 2 минут 18,680 секундта килде. Өсөнсө урынды Ҡытайҙан Ань Кай (2 минут 18,864 секунд) яуланы.
Әйткәндәй, Пекиндағы донъя кубогы этабы ярыштары 2022 йылда уҙасаҡ Олимпия уйындарында ҡатнашыу өсөн бер баҫҡыс булып тора.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 31 йәшлек Семен Елистратов 2014 йылда Олимпия уйындары чемпионы тип танылды. 2018 йылдағы Олимпия уйындарында бронза миҙалға лайыҡ булғайны. Яҡташыбыҙ бер тапҡыр – донъя чемпионатында, 14 тапҡыр Европа чемпионатында еңеү яулаған.
Семен бала сағында атаһының ҡушыуы буйынса тхэквондо менән шөғөлләнә башлаған, тик тиҙҙән ул был спорт төрөнөң күңеленә ятмауын аңлаған, артабан хоккейҙа үҙен һынап ҡараған. Мәктәптә V класта белем алғанында тренер Андрей Максимов менән осрашыу егеттең барлыҡ тормошона үҙгәрештәр индергән. Шулай итеп, ул баш ҡаланың Октябрь районындағы 1-се олимпия резервындағы спорт балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә күнекмәләр үткәргән.
- Айһылыу НИЗАМОВА