

Рәсәйҙең Олимпия комитеты 2022 йылда Пекинда уҙғарыласаҡ ҡышҡы Олимпия уйындарына әҙерлек өсөн милли командаға кандидаттар исемен асыҡланы.
Исемлеккә барыһы 599 спортсы ингән. Улар биатлон, бобслей скелетон, тау саңғыһы спорты, кёрлинг, конькиҙа уҙышыу спорты, саңғыла икебәйге, саңғы ярыштары, трамплиндан саңғыла һикереү, саңғы спорты, сноуборд, фигуралы шыуыу, фристайл, хоккей, шорт-трек буйынса беренселек өсөн көс һынашасаҡ.
Үрҙә әйтелгән исемлеккә Башҡортостандан 26 спортсы инде. Шулай итеп, биатлон буйынса Олимпия йыйылма командаһы составында Антон Бабиков менән Эдуард Латипов бар. Ҡытайҙа үткәреләсәк ярыштарҙа шулай уҡ бобслейсылар Юлия Беломестных, Александра Тарасова, Ростислав Гайтюкевич, Георгий Кузьменко, Александр Третьяков, Ильвир Хужин үҙ көсөн һынап ҡараясаҡ. Саңғы икебәйгеһендә – Эрнест Яхин, сноубордта – Елизавета Сәлихова, коньки спортында Виктор Лобас ярышасаҡ. Хоккей буйынса йыйылма команда составында Мария Баталова, Дарья Белоглазова, Вероника Коржакова, Полина Лучникова, Илона Маркова, Мария Печникова, Анна Пругова, Елизавета Роднова, Мария Сорокина, Ольга Сосина, Татьяна Шибанова, Михаил Науменков сығыш яһаясаҡ. Шорт-трек буйынса уҙыштарҙа Анастасия Мигунова, Семен Елистратов, Лим Кәбиров ҡатнашыр тип көтөлә.
Ниндәй спортсыларҙың Пекинда уҙғарыласаҡ ҡышҡы Олимпия уйындарында ҡатнашыуы тураһында тулыраҡ Рәсәйҙең Олимпия комитеты сайтында танышырға мөмкин. Әйткәндәй, Спорт арбитраж суды ҡарары буйынса илебеҙҙең йыйылма командаһы милли Гимнһыҙ һәм флагһыҙ сығыш яһаясаҡ.
- Айһылыу НИЗАМОВА