Спорт һәм туризм
29 Октябрь 2021, 09:28

Еңеүсе асыҡланманы

“Өфө” футбол клубы.“Өфө” футбол клубы.
Фото:“Өфө” футбол клубы.

Рәсәй Премьер-лигаһының Тинькофф турының 12-се матчы 1:1 иҫәбе менән тамамланды.

Шулай итеп, “Өфө” менән “Рубин” коман­да­ларының осрашыуында еңеүсе асыҡланманы. Премьер-лига хәбәр итеүенсә, матчтың 19-сы минутында Гамид Агаларов иҫәпте асты. Был уның ошо миҙгелдәге 10-сы тубы булды. 59-сы минутта иһә ҡунаҡтарҙан Юрий Журавлев иҫәпте тигеҙләне.

12-се уйындан һуң Ҡазан командаһы, 16 мә­рәй туплап, туғыҙынсы урында ҡалһа, өфө­ләр, 10 балл туплап, 15-се урынға күтәрелде.

31 октябрҙә “Өфө” командаһы “Әхмәт” футболсылары менән осрашасаҡ.

- Айһылыу НИЗАМОВА

Читайте нас