

24 октябрҙә “Салауат Юлаев” командаһы Континенталь хоккей лигаһының регуляр чемпионаты сиктәрендә “Локомотив” менән осрашты. “Өфө-Арена”ла барған был матч 4:3 (0:1, 0:1, 3:1, 0:0) иҫәбе менән тамамланды.
Уйындың 17-се минутында беренсе шайбаны ҡунаҡтарҙан Рид Буше ташланы. Артабан Павел Красковский һәм Артур Ҡәйүмов “Салауат Юлаев” ҡапҡаһына шайба индерҙе. Юлаевсыларҙан Павел Коледов, Сергей Шмелев, Теему Хартикайнен һәм Сакари Маннинен шайба хужаһы булды. Шулай итеп, “Салауат Юлаев” буллит уйындарында еңеүсе тип танылды. Был юлаевсылар өсөн дүртенсе тапҡыр рәттән еңеү ине.
26 октябрҙә хоккейсыларыбыҙ үҙ боҙонда Череповецтың “Северсталь” командаһы менән осрашты. Матч “Северсталь” файҙаһына 3:2 иҫәбе менән тамамланды. “Северсталь” командаһынан Кирилл Пилипенко, Даниил Вовченко һәм Никита Гуслистов шайба ташлаһа, юлаевсыларҙан Александр Кадейкин менән Сакари Маннинен үҙ командаһы өсөн мәрәй килтерҙе. “Беҙҙең өсөн был ауыр хоккей кисе булды. “Северсталь” беҙҙән бер аҙымға алдараҡ бара ине. Улар нығыраҡ еңеү яуларға теләне. Ике мәрәйҙе беҙҙән тартып алдылар ҙа. Һөҙөмтәләр барыһы тураһында ла һөйләй”, – ти белдергән “Салауат Юлаев” командаһының баш тренеры Томи Ламса “Чемпионат” сайтына.
- Айһылыу НИЗАМОВА