Спорт һәм туризм
29 Октябрь 2021, 09:32

Күпме эш хаҡы алалар?

Күптән түгел  “Матч ТВ” сайты “Рәсәйҙең иң яҡшы 50 хоккейсыһы” рейтингын баҫтырғайны.

 Унда Континенталь йәки Милли хоккей лигалары сиктәрендә уйнаған Рәсәй хоккейсыларының исем-шәрифтәре  бар. Шулай итеп, “Матч ТВ” сайтында хәбәр ителеүенсә, “Салауат Юлаев” хоккей командаһы хоккейсыһы 27 йәшлек Александр Кадейкиндың (рейтингта 41-се баҫҡысты биләй) йылына уртаса эш хаҡы –  55 000 000 һум.

Әле “Даллас Старз” командаһы, 2008 – 2012 йылдарҙа “Салауат Юлаев” хоккей командаһы составы хоккейсыһы Александр Радулов үткән миҙгелдә тотош тиерлек, йәрәхәтләнеүе сәбәпле, ныҡлап уйнай алмағайны. Ә былай ул – бына тигән шәп хоккейсы. 35 йәшлек Александр Радулов (17-се баҫҡыс) йылына уртаса 451 671 875 һум хеҙмәт хаҡы ала икән.

Ике тапҡыр Стэнли кубогын яулаған, 2012 – 2014 йылдарҙа “Салауат Юлаев” хоккей командаһы составында уйнаған  27 йәшлек Андрей Василевскийҙың (1-се баҫҡыс) йылына уртаса эш хаҡы – 686541250 һум, тип хәбәр итә “Матч ТВ”.

- Айһылыу НИЗАМОВА

Читайте нас