

Баймаҡ районының Бетерә ауылы меценаты - эшҡыуар Илсур Нәбиуллиндың бағыусылыҡ ярҙамы тураһында йыш хәбәр итәбеҙ. Биргән ҡулда - бәрәкәт тигәндәй, ошо көндәрҙә Баймаҡ эшҡыуары йәнә бер изге ғәмәл башҡарған. Ул Бөрйән районының Әбделмәмбәт мәктәбе уҡыусыларына 15 заманса саңғы тупланмаһы бүләк иткән. Был хаҡта мәктәп директоры Инсур Үтәбаев хәбәр иткән.
“...Нефть йә руда сығарылған ерҙә йәшәүселәргә көнләшә торғайным, сөнки тәбиғәт ресурстарын файҙаланған ойошмалар социаль учреждениеларға ярҙам итә, объекттар төҙөй. Беҙҙең дә тәбиғәт ресурсыбыҙ - урман бар... Тик ул ситтәр ҡулында, үҙебеҙгә һирәк тәтей. Һүҙем ошо урманды файҙаланған ситтәр тураһында. Күрәбеҙ - көнөн-төнөн ағас тейәп машиналар үтә. Минең фекер - әгәр ситтән килеп урындағы тәбиғәт ресурсын файҙаланаһың икән - урындағы халыҡҡа социаль проблемаларын хәл итешергә ярҙам итергә тейешһең (юл төҙөкләндереүҙә, социаль учреждениеларға ярҙам һ.б.).
Ағас менән булышҡан үҙебеҙҙең ағай-эненең ярҙамын һәр ваҡыт тойоп йәшәбеҙ. Ваҡытында ҙур ойошмаларға күп мөрәжәғәт ителде: "Башлеспром", "Селена" һ.б. - береһенең дә ярҙамы булманы.
Беҙҙең яҡтағы Бөрйән урмандарын арендалаған Баймаҡ эшҡыуары Илсур Нәбиуллинға ла мәктәп балаларына спорт ҡорамалдары алыуҙа ярҙам итеүен һорап мөрәжәғәт иттек. Республикала меценат булараҡ билдәле егет ошо көндәрҙә беҙҙең бәләкәй класс балаларына 15 заманса саңғы тупланмаһы алып бирҙе.
Афариндан башҡа ни әйтәһең инде - эшендә уңыштар, һаулыҡ, яңы ҡорған ғаиләһендә бәхет-именлек һәм артабан да ошолай ярҙам итеп тороуын теләйбеҙ! Башҡалар ҙа Илсурҙан үрнәк алыр тип ышанам. Әйткәндәй, быйылғы йылда саңғы базаһын тулыһынса яңырттыҡ”, - тип ҡыуанысын ихлас уртаҡлашҡан Әбделмәмбәт мәктәбе директоры Инсур Үтәбаев.
Сығанаҡ һәм фото: "Таң" гәзите сайтынан.