

Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһында инвесторҙарға туристик бизнес менән шөғөлләнеү өсөн майҙансыҡтар тәҡдим итәләр. Ошондай участкаларҙың береһе Иглин районының Турбаҫлы ауылы янында Юрмаш һәм Оло Саватка йылғалары ярында урынлашҡан.
"Был урын ҡала халҡын күпләп йәлеп итә ала. Өфөнән ярты сәғәтлек юл үтеп, тәбиғәт ҡосағына эләгәһең, мегаполис шау-шыуынан ял итеп, саф һауа һулайһың, – ти Үҫеш корпорацияһының генераль директоры Наил Ғәббәсов. – Майҙансыҡта глэмпинг асырға мөмкин. Бында электрға тоташырға була, ер участкаһы дәүләт кадастр иҫәбенә ҡуйылған, рөхсәт документтары бар".
Икенсе участка – Николо-Березовка ауылында. Үҫеш корпорацияһы менеджерҙары әйтеүенсә, ул мәҙәни-ял объекттарын, ҡунаҡхана, тәбиғи-танып белеү туризмы, спорт менән шөғөлләнеү ойошмаларын асыу өсөн ҡулай. Майҙансыҡта инженерлыҡ, электр, газ, һыу тәьминәте селтәрҙәренә тоташыу мөмкинлеге бар.
"Николо-Березовка ауылы туристар өсөн әле лә бик ҡыҙыҡлы урын. Яңы объекттар һалыу уларҙың һанын арттырыуға булышлыҡ итер ине, – ти корпорацияның генераль директоры Наил Ғәббәсов. – Әле тәҡдим ителгән участка эргәһендә төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объектын тәшкил иткән “Николо-Березовка архитектур комплексы”на ҡараған биләмәне төҙөкләндереү эштәре бара. Төҙөкләндереү концепцияһы ауылды тергеҙеүгә, уның тарихи йәмәғәт киңлектәрен әүҙемләштереүгә йүнәлтелә".
Әле Үҫеш корпорацияһы белгестәре 1017 майҙансыҡтың паспорттарын төҙөгән. Улар объект, ер участкаһының, ундағы күсемһеҙ милектең үҙенсәлектәре тураһындағы мәғлүмәттәрҙе үҙ эсенә алған. Майҙансыҡтарҙың паспорттары “Алға Башҡортостанға!” инвестиция дайджесында баҫылып сыға.
Фото: pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=53287
Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=53287