Спорт һәм туризм
6 Ноябрь 2021, 03:30

Үҙе – матур, үҙе – батыр

"Башҡорт ҡыҙының етеҙлегенә, көсөнә һәм рухына һоҡланмаған кеше ҡалмағандыр", - тип яҙып сыҡтылар.

Үҙе – матур, үҙе – батырҮҙе – матур, үҙе – батыр
Үҙе – матур, үҙе – батыр

Илебеҙ баш ҡалаһында джиу-джитсу көрәше буйынса үткән Рәсәй чемпионатында Башҡортостандан Бөрйән районының Әтек ауылы һылыуы Гөлдәр Байморатова ла ҡатнашты.

Ике өлөштән торған турнирҙа ("кимонола" көрәшеү техникаһын күрһәтеү һәм "кимоноһыҙ") яҡташ спортсыбыҙ беренсе урындарҙы яуланы. "Башҡорт ҡыҙының етеҙлегенә, көсөнә һәм рухына һоҡланмаған кеше ҡалмағандыр", - тип яҙып сыҡты "Бөрйәндәр" төркөмө.

Яҡташыбыҙҙың еңеүе үҙ районы ғына түгел, бар Башҡортостан өсөн дә ҙур ғорурлыҡ. Афарин, Гөлдәр! Артабанғы тормошоңда тағы ла ҙурыраҡ еңеүҙәр, уңыштар теләйбеҙ һиңә!

Фото: "Бөрйәндәр" төркөмөнән.

Үҙе – матур, үҙе – батыр
Үҙе – матур, үҙе – батыр
Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас