

Күптән түгел Өфөләге Рима Баталова исемендәге спорт әҙерлеге үҙәгендә йәш үҫмерҙәр араһында быйыл бокс буйынса иң яҡшы күрһәткестәргә өлгәшкән спортсыларҙы ҡотланылар.
Яҡшы ҡаҙаныштарға өлгәшкәндәргә “Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы” тигән маҡтаулы билдә, республиканың Спорт министрлығының Рәхмәт хаттары тапшырылды.
– Спортсыларға, тренерҙарға һәм республиканың Бокс буйынса федерацияһы командаһында булғандарҙың барыһына ла рәхмәт белдерәм. Һеҙҙең еңеүҙәрегеҙ Башҡортостанда боксты һәм, дөйөм алғанда, спортты популярлаштырыуға тос өлөш индерә. Ҙурҙар спортында ла уңыштар теләйбеҙ! Алда оло еңеүҙәр буласағына ышанам, – тип белдерҙе Башҡортостандың спорт министры Руслан Хәбибов.
Быйыл йәш үҫмерҙәр араһында бокс буйынса донъя чемпионаты, былтыр Европа буйынса беренселек еңеүсеһе Азалия Әминева, 2021 йылда ошо спорт төрө буйынса Европа һәм донъя ярыштарында беренселекте яулаған Иван Тихонов, быйыл донъя беренселегендә алтын миҙал яулаған Мария Казакова һәм шулай уҡ ошо йылда Европа беренселегендә иң яҡшыһы тип танылған Савва Морозов “Башҡортостандың күренекле спортсыһы” тигән маҡтаулы билдә менән бүләкләнде.
Октябрьский ҡалаһындағы 1-се спорт мәктәбенән тренерҙар Александр Савкин, Павел Савейкин, Өфөләге Н. Валуев исемендәге бокс буйынса олимпия резервы спорт мәктәбе тренерҙары Флүрә Насирова һәм Юрий Шокуров Спорт министрлығының Рәхмәт хаттарына лайыҡ булды.
Айһылыу НИЗАМОВА