Спорт һәм туризм
12 Ноябрь 2021, 07:18

Ҡарар беҙҙең файҙаға булманы

Күптән түгел “Роспотребнадзор”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы ҡарарына ярашлы, “Салауат Юлаев” хоккей клубы ете көнгә изоляцияға китте һәм 7 ноябрҙә “Трактор” командаһы менән матч үткәрелмәне.

Быға клуб ағзаларының “А” киҙеүе вирусы менән сирләүе сәбәпсе булды. Был хәл лаборатория тикшереүҙәре менән раҫланды. Ауырыған хоккейсылар бер нисә тапҡыр коронавирус инфекцияһына ПЦР-тест эшләткән, организмда антиматдәнең булыу-булмауын асыҡлау өсөн анализ биргән. Тикшереүҙәр һөҙөм­тәләре  коронавирус инфек­цияһы менән сирләүселәрҙең юҡлығын күрһәткән.

Шулай итеп, 7 ноябрҙә юлаевсылар боҙға уйнарға сыға алманы. 8 ноябрҙә Континенталь хоккей лигаһы, ойош­маның дисциплинар регламен­тының 30-сы статья­һы 20-се пунктына ярашлы, был хәлде техник еңелеү тип таныны. “Салауат Юлаев” хоккей клубында Континенталь хоккей лигаһы матчты икенсе ва­ҡытҡа күсерергә тип уйла­ғандар ине. Өҫтәүенә, чемпионатта Евротур менән бәйле әлегә – пауза. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, лига икенсе төрлө ҡарар ҡабул итте.

Айһылыу НИЗАМОВА 

Читайте нас