

11-12 декабрҙә Әбйәлил районындағы “Яҡтыкүл” шифаханаһы биләмәһендә сноуборд буйынса донъя кубогы этаптары ойоштороласаҡ.
Проект программаһына ярашлы, рәсми күнекмәләр 9 – 10 декабрҙә үткәреләсәк, тип хәбәр итә республиканың Спорт министрлығы. 11 декабрҙә сноубордтың параллель слалом-гигант төрө буйынса ярыштар уҙғарылһа, 12 декабрҙә параллель слалом буйынса ярыштар үтәсәк.
Шуны билдәләргә кәрәк: барлыҡ ярыштар ваҡытында коронавирус инфекцияһына бәйле санитар-эпидемиологик ҡағиҙәләр, “Роспотребнадзор” һәм Халыҡ-ара саңғы спорты федерацияһы күрһәтмәләре күҙәтеләсәк.
Әйткәндәй, Көньяҡ Уралда бындай ярыштар беренсе тапҡыр ғына үткәрелмәй. 2019 йылда тәүге тапҡыр донъяуи кимәлдәге ошондай сара ойошторолғайны. Унда 16 ил спортсыһы үҙ көсөн һынап ҡарағайны. Улар араһында Олимпия уйындары, донъя чемпионаттары еңеүселәре, “Гәлсәр глобус”ҡа эйә булғандар ярышҡайны.
2020 йылдың декабрендә уҙасаҡ был спорт сараһы, коронавирус инфекцияһының таралыуы сәбәпле, 2021 йылдың февраленә күсерелгәйне. Мәскәү этабынан һуң үткәрелгән турнирҙа Рәсәй командаһы бик уңышлы сығыш яһаны: илебеҙ йыйылма командаһы биш миҙал яуланы. Шулай итеп, спортсыларыбыҙ үҙҙәренең донъя кимәлендәге сноубордсылар икәнлеген раҫлағайны. Тиҙҙән үткәреләсәк ярыштарҙа ла улар ошондай уҡ күрһәткестәргә өлгәшер, тип ышанабыҙ.
Айһылыу НИЗАМОВА