Спорт һәм туризм
12 Ноябрь 2021, 07:17

Гамид Агаларовтың эш хаҡы күпме?

betonmobile.rubetonmobile.ru
Фото:betonmobile.ru

Рәсәй Премьер-лигаһы һәм “Өфө” футбол клубы һөжүм итеүсеһе Гамид Агаларов айына 150 мең һум эш хаҡы ала.

“Өфө” футбол клубы генераль директоры Шамил Ғәзизов ҙур кимәлдәге форвард өсөн был эш хаҡының аҙ булыуы хаҡында белдергән. “Уның кеүек уйынсыға ихлас күңелдән күберәк аҡса түләр инем”,  – тип әйткән спорт менеджеры “Матч ТВ” телеканалына.

Гамид Агаларов өфөләр өсөн генә түгел, тотош ил чемпионаты өсөн дә үҙенә күрә бер асышҡа әйләнде. Әлеге Рәсәй Премьер-лигаһы сиктәрендә 14 матчта ҡатнашҡан һәм 11 гол индергән.

Әйткәндәй, Гамидтың атаһы Руслан Агаларов та заманында “Анжи” командаһы составында билдәле ярымһаҡсы булған. Ул чемпионаттың иң яҡшы 33 футболсыһы исемлегенә ингән.

Айһылыу НИЗАМОВА 

Читайте нас