Спорт һәм туризм
12 Ноябрь 2021, 07:18

Миҙалдар яуланылар

Башҡортостандың Спорт министрлығы.Башҡортостандың Спорт министрлығы.
Фото:Башҡортостандың Спорт министрлығы.

Күптән түгел Францияның Версаль ҡалаһында һаңғырауҙар араһында дзюдо буйынса донъя чемпионаты үткәрелгән.

Башҡортостандың Спорт министрлығы хәбәр итеүенсә, республикабыҙ  спортсылары алты миҙал яулаған. 48 килограмға тиклемге ауырлыҡ үлсәмендә Аржана Таханова өсөнсө урынға сыҡҡан. 63 килограмға тиклемге ауырлыҡ үлсәмендә – Елена Касьянова, 78 килограмға тиклемге ауырлыҡ үлсәмендә Олеся Ястребова бронза миҙалға лайыҡ булған. Ир-егеттәр араһында 90 килограмға тиклем ауырлыҡ үлсәмендә Ринат Ҡадиров – икенсе, Михаил Сидоров өсөнсө урынға сыҡҡан.

Дөйөм командалар иҫәбе буйынса Украина йыйылма командаһы – беренсе, Рәсәй йыйылма командаһы икенсе урынды яулаған. Өсөнсө урында – Иран һәм Франция йыйылма командалары. 

Әйткәндәй, һаңғырауҙар араһында чемпионаттар (World Deaf Judo Championship) Халыҡ-ара һаңғырауҙар спорты комитеты (ICSD) тарафынан ойошторола.

Айһылыу НИЗАМОВА 

Читайте нас