

16 ноябрҙә “Салауат Юлаев” Континенталь хоккей лигаһы сиктәрендә Түбәнге Новгород ҡалаһында “Торпедо” менән осрашты.
Командабыҙ өсөн беренсе шайбаны Сакари Маннинен хужалар ҡапҡаһына сәпәне. Уға Маркус Гранлунд ярҙам итте. Матчтың өсөнсө осоронда Сакари Маннинен йәнә бер шайбаны “Торпедо” ҡапҡаһына индерҙе. Шулай итеп, матч “Салауат Юлаев” файҙаһына 0:2 иҫәбе менән тамамланды.
Әлегә “Салауат Юлаев” – Көнсығыш конференцияһы таблицаһында өсөнсө урында. Алдынғы урындарҙы “Трактор” менән “Металлург” биләй.
Сираттағы матчын юлаевсылар 18 ноябрҙә “Витязь” менән осрашасаҡ.
Фото: “Салауат Юлаев” хоккей клубы.