Спорт һәм туризм
19 Ноябрь 2021, 06:00

Генерал-лейтенант иҫтәлегенә арналды

“Башинформ”.“Башинформ”.
Фото:“Башинформ”.

Баш ҡалабыҙҙағы Спорт әҙерлеге үҙәгендә 18 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар һәм егеттәр араһында  дзюдо буйынса Бөтә Рәсәй ярыштары уҙғарылды. Сара полиция генерал-лейтенанты Артур Әхмәтхановтың яҡты иҫтәлегенә арналды.

Сарала илдең ете төбәгенән 11 команда һәм 137 спортсы ҡат­нашты. “Артур Фәрүәз улын үҙ иленең патриоты, үҙен аямай эшләгән кеше булараҡ беләбеҙ. Ул спорт үҫешенә, йәштәрҙә илһөйәрлек тәрбиәләүгә ҙур иғ­тибар бүлде, ҡаһарманлыҡ һәм илһөйәрлек миҫалы булды. Уның ҡаҙаныштары илебеҙҙең һәм республикабыҙҙың етәкселеге тарафынан лайыҡлы баһаланды”, – тип белдерҙе республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов.

Әйткәндәй, был сарала 27 ноябрҙә уҙғарыласаҡ Европа чемпионатында ҡатнашасаҡ Рәсәй йыйылма командаһы составы асыҡланды. Шулай итеп, ир-егеттәр араһында 73 килограмға тиклем ауырлыҡ үлсәмендә –  Денис Ярцев һәм Махмадбек Махмадбеков, 90 килограмға тиклемге ауырлыҡта –  Хусен Халмурзаев, 90 килограмдан күберәк ауырлыҡ үлсәмендә – Инал Тасоев, ҡатын-ҡыҙҙар араһында   57 килограмға тиклемге ауырлыҡта — Дарья Курбонмамадова (Межецкая) һәм Анастасия Конкина; 70 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында — Алена Прокопенко һәм Динә Ғизәтуллина; 70 килограмдан күберәк ауыр­лыҡ­та Анна Гущина һәм Дарья Владимирова үҙ көсөн һынаясаҡ.

 Айһылыу НИЗАМОВА

Читайте нас