Спорт һәм туризм
19 Ноябрь 2021, 05:54

Ситтәге уйындар нисек тамамланыр?

a-fitness.rua-fitness.ru
Фото:a-fitness.ru

Ошо көндәрҙә “Салауат Юлаев”, Континенталь хоккей лигаһына ярашлы, Түбәнге Новгород ҡалаһында “Торпедо” менән осрашты.

Командабыҙ өсөн беренсе шайбаны Сакари Маннинен хужалар ҡапҡаһына сәпәне. Уға Маркус Гранлунд ярҙам итте. Матчтың өсөнсө осоронда Сакари Маннинен йәнә бер шайбаны “Торпедо” ҡапҡаһына индерҙе. Шулай итеп, матч “Салауат Юлаев” файҙа­һына 0:2 иҫәбе менән тамамланды.

Әлегә “Салауат Юлаев” Көнсығыш конференцияһы таблицаһында – өсөнсө урында. Алдынғы “баҫҡыс”­тарҙы “Трактор” менән “Металлург” биләй.

Юлаевсылар сираттағы матчын кисә “Витязь” менән үткәрҙе.  20 ноябр­ҙә Мәскәүҙең “Динамо”һы менән уйнаясаҡ.

Әйткәндәй, бүтән төбәктәрҙә үткә­релгән матчтарҙа түбәндәге хоккейсылар ҡатнаша:

ҡапҡасылар: Георгий Дубровский, Юха Метсола, Александр Шарыченков;

һаҡсылар: Евгений Бирюков, Андрей Зубарев, Павел Коледов, Филипп Ларсен, Евгений Лисовец, Шакир Мөхәмәҙуллин, Михаил Науменков, Григорий Панин, Динар Хафизуллин;

һөжүм итеүселәр: Данил Алалыкин, Родион Әмиров, Данил Башкиров, Маркус Гранлунд, Александр Кадейкин, Владислав Картаев, Николай Кулёмин, Сакари Маннинен, Артём Пименов, Джефф Плэтт, Алексей Пустозёров, Степан Санников, Виктор Тихонов, Теему Хартикайнен, Пётр Хохряков, Сергей Шмелёв.

 Айһылыу НИЗАМОВА

Читайте нас