Спорт һәм туризм
19 Ноябрь 2021, 05:58

Спортсыларыбыҙға уңыштар теләйек!

27 ноябрҙә Швецияның Эстерсунд ҡалаһында уҙғарыласаҡ биатлон буйынса донъя кубогының беренсе этабында улар үҙ көсөн һынап ҡараясаҡ.

Был хаҡта Рәсәйҙең Биатлонсылар союзы хәбәр итте. Халыҡ-ара беренселектә шулай уҡ Александр Логинов, Матвей Елисеев, Евгений Гараничев, Кәрим Халили һәм Александр Поварницын ҡатнашасаҡ.

Тағы бер яҡташыбыҙ – Антон Бабиков – Швецияның Идра ҡалаһында үткәреләсәк IBU кубогына ярыштарҙа ҡатнашасаҡ. Уның менән бергә Никита Поршнев, Даниил Серохвостов, Илнас Мөхәмәтйәнов, Василий Томшин һәм Стрельцов көс һынашасаҡ.

 Айһылыу НИЗАМОВА

Читайте нас