

Нефтекама ҡалаһындағы “Торос” хоккей клубында үҙгәрештәр бар. Элекке баш тренер Рәфил Хәйҙәров урынына был вазифаны хәҙер Владимир Потапов биләй. 46 йәшлек белгес быға тиклем Йәштәр хоккей лигаһының “СКА-1946” клубында баш тренер ярҙамсыһы булған.
Белешмә. Владимир Потапов Мурманск ҡалаһында тыуған һәм урындағы “Авангард” командаһында уйнай башлаған. Ул “Кристалл” (Электросталь), “Динамо” (Мәскәү), “Салауат Юлаев”, “Динамо-Энергия” (Екатеринбург), “Торпедо” (Түбәнге Новгород), “Химик”, “Дизель” командалары өсөн уйнаған. 2001 – 2006 йылдарҙа Беларусь Республикаһы чемпионатында “Гомель” һәм “Брест” хоккей клубтары өсөн сығыш яһаған. 2002-2003 йылдарҙа Беларусь Республикаһы чемпионы тип танылған. 2016 йылдан 2019 йылға тиклем Йәштәр хоккей лигаһының “Мытище атланттары” клубында баш тренер булған, Рәсәйҙең U17 йыйылма командаһына идара иткән, U18, U10 һәм Рәсәй милли йыйылма командалары баш тренеры ярҙамсыһы вазифаһын башҡарған.
Әйткәндәй, күптән түгел баш тренер Владимир Потапов етәкселегендә “Торос” командаһы Пензала үткәрелгән матчта “Дизель”гә ҡаршы уйнаны. Осрашыу нефтекамалар файҙаһына 2:4 иҫәбе менән тамамланды. “Торос” командаһы хоккейсылары Егор Сучков, Михаил Козлов, Дмитрий Стулов һәм Владислав Лукин хужалар ҡапҡаһына шайба индерҙе. Әйткәндәй, команда киләһе матчты Ҡазанда үткәрәсәк.
Айһылыу НИЗАМОВА