Спорт һәм туризм
20 Ноября 2021, 17:15

Мәскәүҙәрҙән еңелдек

"Салауат Юлаев"тың "Динамо" менән осрашыуы тамамланды.

Добавить в предпочтительные источники Google
Мәскәүҙәрҙән еңелдекМәскәүҙәрҙән еңелдек
Мәскәүҙәрҙән еңелдек

Бөгөн “Салауат Юлаев” Мәскәүҙең “Динамо”һы менән осрашты. Илдең баш ҡалаһындағы матчта юлаевсылар еңер тип өмөт иткәйнек, тик был уй-теләгебеҙ тормошҡа ашманы: уйын “Динамо” файҙаһына 3:1 иҫәбе менән тамамланды.

Шулай итеп, сәфәр командабыҙ өсөн бик уңышһыҙ тамамланды. Юлаевсыларҙан Виктор Тихонов хужалар ҡҡапҡаһына берҙән-бер шайбаны индерҙе. “Динамо”нан Дмитрий Пашевский, Андрей Сергеев, Вадим Шипачев өс гол керетте. Бөгөн юлаевсылар ҡапҡаһын Юха Метсола һаҡланы.

23 ноябрҙә юлаевсылар "Торпедо" клубына ҡаршы уйнаясаҡ.

Фото: “Салауат Юлаев” хоккей клубы.

Автор:Айһылыу Низамова