

Бөгөн Өфөләге "Динамо" стадионында волейбол буйынса Беренсе республика конфессиональ-ара турнир башланды. Тәүге матч Йәһүдтәр йәмғиәте менән Башҡортостандың Диниә назараты командалары араһында үткәрелде.
Уйындың беренсе партияһы 21:13, икенсеһе 21:15 иҫәптәре менән - икеһе лә Диниә назараты файҙаһына булды. Һөҙөмтәлә дөйөм иҫәптә 2:0 иҫәбе менән мосолмандар командаһы еңде.
Турнирҙың маҡсаты - диндәр араһындағы татыулыҡты нығытыу һәм сәләмәт тормошто пропагандалау.
Ярыш бөгөн кискә хәтлем дауам итәсәк.
Автор фотоһы.