

Бөгөн “Өфө-Арена”ла “Салауат Юлаев” Түбәнге Новгородтың “Торпедо”һы менән осрашты.
Шуны билдәләргә кәрәк: бөгөн юлаевсылар алты тапҡыр күпселектә уйнаны. Әммә уларҙың береһе лә һөҙөмтәле булманы. Мәҫәлән, һуңғы минуттарҙа ла алты юлаевсы дүрт ҡунаҡҡа ҡаршы һөжүм итте. Тик барыбер бөгөн еңеү беҙҙе урап үтте: 0:1 иҫәбенә “Торпедо” өҫтөнлөк алды. Гол хужаһы – Дамир Жафяров. Һөҙөмтәлә 60 йыллыҡ юбилейы алдынан “Салауат Юлаев” еңелеүгә дусар булды.
2018 йылдан алып был ике команда биш тапҡыр осрашты һәм барыһында ла юлаевсылар еңеү яулағайны.
25 ноябрҙә "Салауат Юлаев" “Витязь” командаһына ҡаршы уйнаясаҡ. Еңеү беҙҙә булыр тигән өмөттәбеҙ.
Фото: video.khl.ru