

Конфессия-ара һәм милләт-ара татыулыҡты нығытыу маҡсатында Өфөләге “Динамо” стадионында һәүәҫкәр командалар араһында волейбол буйынса Беренсе республика конфессия-ара турнир ойошторолдо.
Тәүге матч Йәһүдтәр ойошмаһы менән Башҡортостан Диниә назараты командалары араһында үткәрелде. Уйындың беренсе партияһы – 21:13, икенсеһе 21:15 иҫәптәре менән – икеһе лә Диниә назараты файҙаһына булды. Һөҙөмтәлә дөйөм 2:0 иҫәбе менән мосолмандар командаһы еңде.
Турнирҙың маҡсаты төрлө диндәге милләттәр араһындағы татыулыҡты нығытыу һәм сәләмәт тормошто пропагандалау ине. Конфессиялар башлыҡтары Владыка Никон, Тәлғәт Тажетдин, Айнур Бирғәлин, Дан Кричевский тәҡдимде ҡуш ҡуллап хупланы. Көнө буйы барған ярыш кис кенә тамамланды.
Шулай итеп, Башҡортостан Диниә назараты командаһы (А төркөмө) еңеү яуланы, икенсе урынды Өфө епархия командаһы алды, өсөнсө урынға Йәһүдтәр ойошмаһы командаһы сыҡты, ә дүртенсе урынды Башҡортостан Диниә назараты командаһы (Б төркөмө) яуланы. Уларҙы Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов бүләкләне.
Әлбиттә, турнирҙы күмәк тамашасылар ҡатнашлығында ҙурыраҡ итеп үткәреү уйы бар ине. Әлегә, коронавирусҡа бәйле, санитария-эпидемиология талаптарына ярашлы сикләүҙәр күҙәтелде.
Рәшит КӘЛИМУЛЛИН.