

Бөгөн “Салауат Юлаев” командаһы “Витязь” менән осрашты.
Мәскәү өлкәһе менән матч юлаевсылар өсөн уңышһыҙ булды. Командабыҙҙың юбилей көнөндә матч “Витязь” иҫәбенә 2:3 менән тамамланды.
"Салауат Юлаев"тан Виктор Тихонов менән Александр Кадейкин ҡунаҡтар ҡапҡаһына берешәр шайба индерҙе. Еңеүсе иһә буллиттар серияһында асыҡланды: Нико Оямяки “Витязь” командаһын өҫтөнлөккә сығарҙы.
Билдәле булыуынса, бөгөн – хоккей һөйөүселәр, юлаевсылар өсөн иҫтәлекле көн: теүәл 60 йыл элек командабыҙҙың беренсе матчы уҙғарылған. Шуға ла еңеү беҙҙә булырға тейеш кеүек ине. Тик өмөтөбөҙ аҡланманы...
Фото: gorobzor.ru