Спорт һәм туризм
26 Ноябрь 2021, 08:45

Алтмыш йыллыҡ тарихы бар

“Салауат Юлаев” хоккей клубы.“Салауат Юлаев” хоккей клубы.
Фото:“Салауат Юлаев” хоккей клубы.

25 ноябрҙә “Салауат Юлаев” хоккей клубы үҙенең тыуған көнөн билдәләне. Өфө командаһына 60 йыл тулды. Бынан тап алты тиҫтә йыл элек башҡорт халҡының милли геройы Салауат Юлаев исемен йөрөткән хоккей клубы ойошторолған.

1961 йылдың 25 но­я­брен­дә “Салауат Юлаев” хоккей клубы СССР чемпио­натының “Б” класында дебют яһаған һәм “Металлург” командаһы менән уйнаған. Тик иҫәп сит өлкә коман­даһы файҙаһына 1:3 булған.

2008 йылдан “Салауат Юлаев” командаһы Рәсәй­ҙең Континенталь хоккей лигаһы составында уйнай. Ул ике тапҡыр Рәсәй чемпионы исемен алды, Гагарин Кубогын яуланы, Рәсәй чемпионатының беренсе лигаһында дүрт тапҡыр еңеп сыҡты. Европалағы иң көслө хоккей команда­ларының береһе, тип әйтергә мөмкин.

23 ноябрҙә “Өфө-Арена”­ла “Салауат Юлаев” Түбәнге Новгородтың “Торпедо”һы менән осрашты. Шуны бил­дә­ләргә кәрәк: был юлы юлаевсылар алты тапҡыр күпселектә уйнаны. Әммә уларҙың береһе лә һөҙөм­тәле булманы. Мәҫәлән, һуң­ғы минуттарҙа ла алты юлаевсы дүрт ҡунаҡҡа ҡар­шы һөжүм итте. Тик барыбер бөгөн еңеү беҙҙе урап үтте: 0:1 иҫәбенә “Торпедо” өҫтөнлөк алды. Гол хужаһы – Дамир Жафяров. Һөҙөм­тәлә 60 йыллыҡ юбилейы алдынан “Салауат Юлаев” еңелеүгә дусар булды.

2018 йылдан алып был ике команда биш тапҡыр осрашты һәм барыһында ла юлаевсылар еңеү яулағай­ны.

25 ноябрҙә "Салауат Юлаев" “Витязь” команда­һына ҡаршы уйнаны.

Беҙ, гәзит уҡыусылар, спорт һөйөүселәр, “Салауат Юлаев” клубы етәкселеген, ағзаларын һәм хоккей­сы­лар­ҙы 60 йыллыҡ юбилей­ҙары менән ҡотлайбыҙ. Ки­ләсәктә уларға тик уңыштар, сәләмәтлек теләйбеҙ! Милли батырыбыҙ исемен йө­рөт­кән командабыҙҙың Баш­ҡортостан исемен әллә ҡай­һы тарафтарға таратыуына ышанысыбыҙ сикһеҙ!

Айһылыу НИЗАМОВА

Читайте нас