

Рәсәй Премьер-лигаһының иң яҡшы һөжүм итеүсеһе, “Өфө” футбол клубы һөжүм итеүсеһе Гамид Агаларовтың икенсе клубҡа күсеүе хаҡында имеш-мимеш күп йөрөй.
Тик бына баш ҡала командаһы етәкселегенең белдереүенсә, әлегә бер ниндәй ҙә тәҡдим дә ныҡлап ҡаралмаған. “Өфө”нөң директорҙар советы рәйесе Ростислав Мырҙағоловтың “Sport24” порталына хәбәр итеүенсә, футболсыны үҙ клубына алырға теләүселәр байтаҡ икән. “Тәҡдимдәр байтаҡ, һөйләшеүҙәр ҙә күп, тик әлегә был хаҡта һөйләү иртәрәк. Шуға уға ситтәнерәк ҡараһындар”, – тип белдергән ул.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Гамид Агаларов 15 турҙа 13 туп индергән. Әле лә ул Рәсәйҙәге иң яҡшы һөжүм итеүселәрҙең береһе һанала.
Айһылыу НИЗАМОВА