Спорт һәм туризм
26 Ноябрь 2021, 08:48

“Толпар” сикһеҙ рәхмәтен белдерә

Өфөләге “Толпар” спорт клубы Башҡортос­тандағы медицина ойошмалары хеҙмәткәрҙәре өсөн хәйриә акцияһын башланы.

Сараның маҡсаты – пандемия осоронда үҙен аямай эшләгән табиптарға, шәфҡәт туташтарына һәм башҡа­ларға рәхмәт белдереү. Был акцияға ярашлы, Республика табип-физкультура диспансерына бер нисә комп­лект  шахмат фигураларын һәм таҡталарын килтер­ҙеләр. 

– Был – кәрәкле һәм файҙалы акция. Диспан­серҙа булғандарҙың барыһы ла үҙ ялын файҙалы үткәрәсәк һәм ҡайһылары хатта был шәп уйынды асасаҡ,  – тип белдергән Республика табип-физкультура диспансеры баш табибы Руслан Гәрәев.

Яҡын арала спорт клубы ағзалары Республика балалар дауаханаһына һәм Башҡортостандағы район­дарҙың береһендәге медицина ойошмаһына ошон­дайыраҡ бүләк яһамаҡсы.

– Бөгөн медицина хеҙмәткәрҙәренең үҙ-үҙен аямай, тырышып эшләүе, медицина ойошмаларына ниндәй ҙур яуаплылыҡ һалынғанлығы хаҡында яҡшы беләбеҙ. Шулай итеп, ошо махсус хәйриә акцияһы ярҙамында табиптарға һәм дауаланыусыларға ярҙам итергә теләйбеҙ, – ти “Толпар” спорт клубы директоры Әмир Даукаев.

Айһылыу НИЗАМОВА

Читайте нас