+21 °С
Болотло


Йылайыр районының Ҡашҡар ауылынан тренер Ирек Флүр улы Әбделмәнов уҡыусылар өсөн бик елле бүләк эшләгән.
Йәш быуындың һаулығын ҡайғыртып, уларҙы спортҡа, сәләмәт тормошҡа нығыраҡ йәлеп итеү маҡсатында мәктәпкә 25 пар саңғы һатып алған ул.
Ирек Флүр улы - крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе лә. Мәрхәмәтле эшҡыуарға "афарин!" тиергә генә ҡала. Ә инде Ҡашҡар ауылы балалары рәхәтләнеп саңғыла шыуыр, төрлө ярыштарҙа еңеү яулар, тигән ышанабыҙ.
Фото: "Ауыл уттары" гәзите сайты.