Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
27 Ноябрь 2021, 23:30

“Башҡортостанда беҙ ҡеүәтле ресурс күрәбеҙ”

- Бында сағыу байрам буласағына, һеҙҙә үтәсәк матчтарҙың Рәсәй халҡына ла, ҡунаҡтарға ла бай тәьҫораттар бүләк итәсәгенә ышанам.

“Башҡортостанда беҙ ҡеүәтле ресурс күрәбеҙ”
“Башҡортостанда беҙ ҡеүәтле ресурс күрәбеҙ”

Бөгөн Республикаға идара итеү үҙәгендә Рәсәй Дәүләт Думаһындағы Физик культура һәм спорт буйынса комитеттың күсмә ултырышы үткәне тураһында хәбәр иткәйнек. Сара барышында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров, Рәсәйҙең спорт министры Олег Матыцин һәм Дәүләт Думаһы депутаты Дмитрий Свищев киң мәғлүмәт саралары журналистары менән осрашып, уларҙы ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирҙе.

– Башҡортостанда беҙ 2030 йылға тиклем физик культураны һәм спортты үҫтереү буйынса Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте тарафынан ҡабул ителгән стратегияны тормошҡа ашырыу өсөн бик ҡеүәтле ресурс күрәбеҙ, – тип билдәләне Рәсәйҙең спорт министры Олег Матыцин. – Республикала, Өфөлә төҙөлгән объекттар, төбәктең Бөтә Рәсәй, халыҡ-ара кимәлдәге ярыштарҙы үткәреү тәжрибәһе менән таныштыҡ. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Хөкүмәт Премьер-министры, Спорт министрлығы тотороҡло социаль-иҡтисади үҫеш шарттарында физик культураны һәм спортты республика үҫешенең өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе тип ҡарай. Был йәһәттән беҙ ышаныслы партнерҙарҙы күрәбеҙ. Элек тә шулай ине, бөгөн дә шулай икәненә шаһит булдыҡ. Һәм киләсәктә лә ошолай дауам итеренә ныҡлы ышанабыҙ. Өҫтәүенә республика Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара ярыштарҙы үткәреү йәһәтенән бик етди пландар ҡора. Бының өсөн ныҡлы нигеҙ бар. Республиканың барлыҡ спорт-сәйәси командаһына рәхмәт! 

Спорт министры шулай уҡ, киләһе йылда Өфөлә үтәсәк Волейбол буйынса донъя чемпионаты төбәктә спортты үҫтереүгә өҫтәмә этәргес бирәсәк, тип билдәләне.

– Өфө Волейбол буйынса донъя чемпионатын ҡабул итәсәк ҡалаларҙың береһе булыу хоҡуғын алды, бының нигеҙе – бай тәжрибә, республика үҫешендә спорттың өҫтөнлөклө йүнәлеш булыуы, идара итеү командаһының профессионал кимәлдә эшләүе. Шуға күрә бында сағыу байрам буласағына, һеҙҙә үтәсәк матчтарҙың Рәсәй халҡына ла, ҡунаҡтарға ла бай тәьҫораттар бүләк итәсәгенә ышанам. Ихлас күңелдән барыһын да Башҡортостанға килергә, уның матурлығын, ҡунаҡсыллығын күрергә саҡырам, - тине Олег Матыцин.

Дәүләт Думаһы депутаты Дмитрий Свищев:

- Бөгөн федераль ведомство, субъект һәм Дәүләт Думаһының үҙ-ара хеҙмәттәшлеге өлгөһөндә баһалап һәм ғәмәлгә ашырып булған мөһим мәсьәләләр ҡаралды. Бындай саралар һөҙөмтәһендә төбәктәрҙә ниндәй проблемалар булыуын ишетергә, уларҙы хәл итеү өсөн федераль кимәлдә ҡарарҙар ҡабул итергә һәм төбәктең ыңғай эш тәжрибәһен  ҡулланырға мөмкин, - тип билдәләне.

Ҡунаҡтар айырыуса беҙҙәге Республикаға идара итеү үҙәгенең эшмәкәрлеген юғары баһаланы һәм үҙҙәре өсөн бихисап ыңғай эш тәжрибәһе менән танышыуҙарын айырып әйтте.   

Фото һәм сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=53791

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: